Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 19:55

Ир түгел, сепрәк

Бер урыҫ танышым әйтмешләй, "замужем" тигән һүҙ, за мужем, как за каменной стеной, тигәнде аңлата тине бер көн. Һәм ысынлап та шулай бит, ҡатын-ҡыҙҙар, ирегеҙ һеҙҙе ҡар-бурандарҙан ышыҡлап, ғүмер буйы таш ҡалҡан булып һеҙҙе һаҡлап барырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла ундай түгел шул, мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфө эргәһендәге аварияла ире ҡатынын ташлап ҡаса. Хәл былай була.


Бер урыҫ танышым әйтмешләй, "замужем" тигән һүҙ, за мужем, как за каменной стеной, тигәнде аңлата тине бер көн. Һәм ысынлап та шулай бит, ҡатын-ҡыҙҙар, ирегеҙ һеҙҙе ҡар-бурандарҙан ышыҡлап, ғүмер буйы таш ҡалҡан булып һеҙҙе һаҡлап барырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла ундай түгел шул, мәҫәлән. Ошо көндәрҙә Өфөнң Иҫке Турбаҫлы ауылында “ВАЗ 2115” водителе автомобилгә идараны юғалта һәм юл ситенә оса. Баштүбән әйләнеп, түбәһенә ята. Рулгә ултырған ир ваҡиға урынынан ҡаса. Ә түңкәрелгән машина эсендә уның ҡатыны тороп ҡала. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, 31 йәшлек ҡатын ауырлы булған.

– Ул – ауырлы. Урындағы аҙыҡ-түлек магазинында һатыусы булып эшләй. Авария урынынан ире ҡасҡас, уны шул тирәнән үтеп барған күрше ауыл егеттәре һөйрәп сығарған, - ти ғаиләне белгән кешеләр.

Егеттәр ҡатынға “Ашығыс ярҙам”, ваҡиға урынына юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарын саҡырта. Табиптар ҡатынды дауаханаға алып китә. Ярар әле йәрәхәттәре ул тиклем ауыр булмай. Ярҙам күрһәткәс, уны өйөнә ҡайтарып ебәрәләр.

Ошо иргә ышанып нисек йәшәмәк кәрәк инде, ҡурҡыныс хәл!

"Башҡортостан" гәзите.





Читайте нас: