Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 15:46

Тыуған яҡҡа оҙон юл

Бөйөк Ватан һуғышында геройҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Вәлит Вәли улы Нәбиуллиндың һөйәктәре 74 йыл үткәс тыуған еренә әйләнеп ҡайтты.

Бөйөк Ватан һуғышында геройҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Вәлит Вәли улы Нәбиуллин 74 йыл үткәс тыуған еренә әйләнеп ҡайтты. Совет һалдатының һөйәктәре бөгөн туғандарына тапшырылды. Ул үҙенең тыуған ауылы Әбделҡасимда ерләнәсәк. Батырҙы иҫкә алыу митингы "Хәтер" скверында үтте. Сараға Вәлит Вәли улының ете бер туғанының балалары ейән-ейәнсәрҙәре, яҡындары ла килгәйне.

"Легенда" эҙләү отряды яугирҙың һөйәктәрен Латвия ерлегендә эҙләп таба. 18 йәшлек Вәлит Вәли улы 1942 йылда атаһы менән бер көндә Бөйөк Ватан һуғышына алына. Сталинград өсөн ҡаты алышта икеһе лә яралана. Атаһын ҡайтаралар, улы артабан санбатта хеҙмәт итергә ҡала, бер аҙҙан уны ла ҡайтаралар. 1944 йылда яралары төҙәлгән Вәлит Нәбиуллин ҡабаттан һуғышҡа саҡырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы үлемде алдай алмай. Еңеүгә ике ай ҡалды тигәндә, 12 март Латвияла барған ҡаты алышта һәләк була.
Читайте нас: