Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 16:20

Йорт емерелеп төшкән

Белгородта газ шартлау арҡаһында дүрт ҡатлы йорт емерелгән.

Белгородта газ шартлау арҡаһында дүрт ҡатлы йорт емерелгән. Ошо арҡала йорттоң беренсе стенаһы (беренсе ҡаттан дүртенсегә ҡәҙәр) емерелеп төшкән. Шартлау булған яҡта дүрт фатир булған, унда 23 кеше йәшәгән. Уларҙың 18-ен эвакуациялағандар. Алты кеше тән йәрәхәттәре алған, икеһенең тәне бешкән, бер кеше реанимацияла. хәтерегеҙҙә булһа, былтыр күрше Магнитогорскиҙа ла 31 декабрь ҡот осмалы фажиғә булды.. 9 ҡатлы йорттоң бер подъезы ишелеп төшә. Тәфтиш комитеты газ шартлауы тураһында рәсми белдерҙе. 39 кеше һәләк булды, емереклектәр аҫтынан 6 кешене ҡотҡарып ҡалдылар, улар араһында 11 айлыҡ малай бар. Ул Мәскәүгә оҙатылды, Ваня Фокинды ҡотҡарып алып ҡалдылар.
Читайте нас: