Дәүләт Йыйылышы депутаттары «комендант сәғәте»н 1 сәғәткә оҙайтырға ниәтләй. Әле Башҡортостанда 17 йәшкә тиклемге балаларға киске сәғәт 10-дан таңғы 6-ға, ә йәйгеһен (1 майҙан 30 сентябргәсә) төнгө 12-нән таңғы 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында яңғыҙ йөрөү тыйылған. Депутаттар йәй көнө төнгө 11-ҙән таңғы 6-ға ҡәҙәр сикләргә йыйына. Улар быны йәйге ваҡытҡа күскәндән һуң иртә ҡараңғы төшә башлау менән аңлата.