Израиль табиптары Башҡортостандан килгән кескәй Софьяға операция эшләй алмай
Бөгөн ирекмән Регина Биргулиева Софья Ғиззәтуллина тураһында күңелһеҙ хәбәр еткерҙе.
— Башына операция яһамайҙар, сөнки баланың яңы диагноздары билдәле булды. Ҡыҙыҡайҙың башында ниндәйҙер шыйыҡлыҡ бар, йоҡлағанда тын алышы туҡтала, - тип яҙҙы ирекмән.
Табиптар мәғлүмәтте раҫланы. Уларҙың һүҙҙәренсә, операция эшләү бала өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Софьяның бармаҡтарын да айырмаҫтар, моғайын.
«Бер бармаҡты айырыу операцияһы дүрт сәғәткә яҡын дауам итә. Уларҙың бөтәһен дә айырыу өсөн кәмендә ошондай 11 операция кәрәк», — тине клиника вәкиле.
Әлегә Софья һәм уның әсәһе Израилдә. Табиптар ҡыҙға ҡағылышлы аныҡ ҡарар ҡабул итмәгән.