Өс версия бар... Башҡортостандың Тәфтиш комитеты етәксеһе ирҙең һәм ике улының юғалыуын тикшереү барышы тураһында һөйләне.
«Балалар енәйәт ҡорбанына әүерелгән тигән версия ҡарала, бәлки, ниндәйҙер бәхетһеҙ осраҡ булғандыр, ләкин беҙ быға бик ышанмайбыҙ. Тағы ла атай кеше балаларын ҡайҙалыр алып киткән һәм ғаилә мөнәсәбәттәренә бәйле сәбәптәр арҡаһында үҙҙәре хаҡында хәбәр итмәй тигән версияны ла ҡарайбыҙ», - тине Денис Чернятьев «Вести» тапшырыуына биргән интервьюһында.
Чернятьев шулай уҡ Мазовтарҙы эҙләүҙә ярҙам күрһәткән коллегаларына рәхмәт белдерҙе.
«Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция һәм башҡа органдарҙағы коллегаларыбыҙ, беҙ, тәфтишселәр, һауа торошо, ваҡытыбыҙ менән дә иҫәпләшеп тормайынса, яланда ла, һыу аҫтында ла эҙләү сараларын үткәрҙек. Осраҡтан файҙаланып, ошо фажиғәне үҙенеке тип ҡабул иткән һәм хәлде асыҡлау өсөн барыһын да эшләгән кешеләргә рәхмәт әйткем килә», - тине ул.
Сығанаҡ: Вести Башкортостан