Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 18:41

ҠАШ ТӨҘӘТӘМ ТИП...

Өйҙө насар көстәрҙән таҙартыу тураһында һүҙ сыҡҡас, бер нисә йыл элек булған ҡыҙыҡ та ҡыҙғаныс та хәл иҫкә төштө. Ололарҙан, таныштарҙан артыш үләненең (можжевельник) насар көстәргә ныҡ тәьҫир итеүе, уның менән өй таҙартыуҙары тураһында ишетеп белә инем. Әммә беҙҙең яҡтарҙа үҫмәй бит, ҡайҙан табырға. Бик тә өйҙө таҙартаһы килә бит. Етмәһә, боронғоларҙа шулай эшләгән булған, артышты ишек башына элеп ҡуйғандар, тип ишеткәс, бигерәк ҡыҙығып киттем. Бер мәл Ирәмәл тауына сәфәр ҡылырға тура килде. Алып барыусы һәр ағас, үлән тураһында һөйләп бара. шунда шыршы үләненә оҡшағанына күрһәтеп, был артыш, тине. Миңә шул ғына етә ҡалды, күптән эҙләнем бит мин уны. Рөхсәт менән бер нисә ботағын өҙөп алдым.

Өйҙө насар көстәрҙән таҙартыу тураһында һүҙ сыҡҡас, бер нисә йыл элек булған ҡыҙыҡ та ҡыҙғаныс та хәл иҫкә төштө. Ололарҙан, таныштарҙан артыш үләненең (можжевельник) насар көстәргә ныҡ тәьҫир итеүе, уның менән өй таҙартыуҙары тураһында ишетеп белә инем. Әммә беҙҙең яҡтарҙа үҫмәй бит, ҡайҙан табырға. Бик тә өйҙө таҙартаһы килә бит. Етмәһә, боронғоларҙа шулай эшләгән булған, артышты ишек башына элеп ҡуйғандар, тип ишеткәс, бигерәк ҡыҙығып киттем. Бер мәл Ирәмәл тауына сәфәр ҡылырға тура килде. Алып барыусы һәр ағас, үлән тураһында һөйләп бара. шунда шыршы үләненә оҡшағанына күрһәтеп, был артыш, тине. Миңә шул ғына етә ҡалды, күптән эҙләнем бит мин уны. Рөхсәт менән бер нисә ботағын өҙөп алдым. Тауға менгәнсе, ҡайтҡансы ҡулдан төшөрмәнем. Өйгә ҡайтҡас, ҡәҙерләп кенә шкаф башына һалып ҡуйҙым. бөгөн йә иртәгә артышты яндырып, йәнәһе берәү фатирын таҙарта һәм шулай итеп оноттом. Үләнем шытырлап кибеп тыныс ҡына ятыуын белде. Шкаф башына әйбер эҙләп менгәндә генә иҫкә төшөрөп ҡуям һәм һәр ваҡыттағыса ваҡыт юҡ уның менән булашырға. Ниһайәт, ул көн етте. был көндө фатирҙа аят уҡытырға тейеш инек. Ана шунда артыштың барлығы иҫемә төштө лә инде ҡәһәрең. Был ритуалды, эштәрҙе бөтөп, өҫтәлдәрҙе әҙерләгәс, үҙебеҙ кейенгәс кенә шартына килтереп үтәргә булдым. Ҡунаҡтарым килергә берәй ярты сәғәт ҡалғас, артышты шкаф башынан төшөрҙөм. Тоҡсайынан сығарҙым. Уныһы кипкән ныҡ итеп, энәләре ҡулды сәнсә, ҡойола. Етмәһә, иҙән менән тулдылар. балалар энәләренә яңылыш баҫып, ҡысҡырышып та алдылар. Шуға ҡарамаҫтан, эшемде дауам иттем, шырпы алып бер мәл артышымды тоҡандырып ебәрҙем. Иң башта залға инеп киттем, йәнәһе тәүҙә шунан насар көстәрҙе ҡыуып сығарам. Артышым тәүҙә яй ғына янды ла, бер мәл дөрләп, шатырлап янып китмәһенме. Нимә эшләргә белмәйем, тиҙерәк ваннаға йүгерә һалдым. Уның ыңғайы янған энәләр тып-тып паласҡа төшөп паласымды яндырҙылар, ваннаға барып етмәнем, ҡулым бешеп артыш ботағын иҙәнгә ташларға тура килде. Иҙәнгә төшкән ут линолеумды яндырҙы. Әлдә балалар тиҙ генә һыу алып һүндерә һалдылар. Мине күрһәгеҙ ине шул ваҡыт, керпектәр янған, әлдә сәс яулыҡ аҫтында ине, валлаһи башһыҙ ҡалыныр ине. Палас янған, линолеум янған, ә өйҙә төтөн. Хут балта элеп ҡуй. Ишекте, тәҙрәләрҙе асып елләтә башланыҡ, төтөн бөтөргә уйламай. Ирем магазинға сыҡҡайны, киләгәс ул әрләй башланы. Артышты әҙ генә табаға йә берәй һауытҡа һалып яндыралар, һинең һымаҡ ботағы менән һөйрәтеп йөрөмәйҙәр, тип һуҡрана. Иларҙай булынды, ана бына ҡунаҡтар килергә тейеш. Еҫ ҡайтарғыс нимә генә һиптермәнек, линолеумды шыйыҡ лаклы краска менән һиптертеп буяй һалдыҡ. Оҙаҡламай ҡунаҡтар ҙа килделәр, подъезығыҙҙа әллә ниндәй үлән еҫе, әллә берәй наркоман йәшәйме, тигән булалар. Өйгә ингәс тә, нимә, ирең өйҙә тәмәке тарттымы, тигән булалар. Хәлде ары-бире аңлатып бирҙек. Шулай итеп был көн ғүмерлеккә иҫтә ҡалды. Фатирҙан насармкөстәрҙе ҡыуам тип, саҡ үҙебеҙ ҙә осоп сыҡманыҡ. Бер юлы күршеләрҙе лә "өшкөрөп" алдыҡ. Артыштың ҡалғанын ирем ошо көндө уҡ сығарып бәрәм, тағы йә пожар сығарырһың, тиһә лә, бирмәнем. Матурлап төрөп, йырағыраҡ алып ҡуйҙым. Кем белә, берәй тағы төтәтеп, таҙарынып алырға тура килһә.
Читайте нас: