Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 14:10

Башҡортостан уҡыусыһы популяр «Умники и умницы» тапшырыуынан миҙал менән ҡайтты

Күмертауҙың 11-сы класс уҡыусыһы Дарья Бобровникова Беренсе каналда барған «Умники и умницы» телевизион олимпиадаһында ҡатнашып, миҙал алып ҡайтты.

Күмертауҙың 11-сы класс уҡыусыһы Дарья Бобровникова Беренсе каналда барған «Умники и умницы» телевизион олимпиадаһында ҡатнашып, миҙал алып ҡайтты.
Өс көн дауамында барған тапшырыуҙы төшөрөү мәлендә, Дашаға иғтибар тик һуңғы көндә генә эләгә. "Брежнев һәм уның дәүере" тигән тема буйынса әңгәмәләшкәндә, яҡташыбыҙ тәүгеләрҙән булып ҡулын күтәрә һәм дөрөҫ яуап бирә. Шуның өсөн ҡыҙыҡай миҙал менән бүләкләнә лә инде.
- Тапшырыуҙы төшөргән ваҡытта барыһы ла үҙ-ара дуҫ булды, яҡшы мөхит хөкөм һөрҙө. Алып барыусы Юрий Вяземский үҙенең уҡымышлылығы, шаянлығы, итәғәтлеге менән таң ҡалдырҙы, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Даша.
Читайте нас: