Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 18:51

Тиреҫ өҫтөндәге сабый

Тышта бөгөн һалҡынайтҡан, ҡырпаҡ ҡар яуған. Фатиманың иртәндән уҡ күңеле болоҡһой. Түҙмәне, тиҙ генә әйберҙәрен алды ла Вәсиләләргә йүгерҙе. Йөрәге урынында түгел ниңәлер. Өйгә йүгереп тигәндәй килеп инде. -Вәсилә ҡайҙа, - тип һөрәнләне. Өйҙәгеләр аптырашып бер-береһенә ҡараны. -Бер-ике сәғәт йөрөп киләм, тип сыҡҡайны, - тине атаһы бер ни аңламай. Фатима йүгереп урамға сыҡты, шундуҡ ишеге асыҡ мунса күҙенә салынды. Йүгереп шунда инде. Төп яҡты асыуға, аһ, итте. Иҙәнгә баҫырлыҡ түгел ҡан, мунса һикеһендә ҡарашын бер мөйөшкә төбәп Вәсилә ултыра. Ҡатындың йөрәге ярылырҙай булды, ҡарашы менән баланы эҙләне. - Бала ҡая, - тип ҡыҙға йәбеште, асырғанып һелкетә башланы. Әммә ҡыҙ бөр нимә лә өндәшмәй ултыра бирҙе. Тауышҡа өйҙәгеләр сыҡты.

Була торған хәл, хатта дүрт аяҡлы ат та уйламаған ерҙән абынып китә бит. Вәсилә менән дә ошондайыраҡ хәл булды. Ееттәргә артыҡ ышаныусан ҡыҙ ауырға ҡалғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Буласаҡ атай, әлбиттә ҡойроҡто һыртҡа һалыу яғын ҡараны. Вәсилә тәүҙә хәлен яҡындарынан йәшерерә тырышты, әммә сос күҙле, һиҙгер атаһы шундуҡ нимә булғанын аңланы. Һуғыштан һуң дөбөр ҡаҡмайҙар, тиҙәр. Ниндәй генә атай-әсәй балаһының ошондай аҙымға барырын уйлаһын инде. Өйҙә ел-буран оҙаҡ уйнаны, ахырҙа яҡындарына ҡыҙҙарының хәлен аңлап килешергә генә ҡалды. Иҫән-һау ғына табып алһа, берәй нисек үҫтерерҙәр әле. Ләкин Вәсилә өсөн ул теләнмәгән бала ине, шуға ла ҡарынында уҡ ятҡанда тыумаған сабыйға ҡарата битарафлыҡ булды. Дауаханаға ла йөрөмәне, табип өйҙәренә артынан үҙе килер булды. Етәкләп тигәндәй ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына йөрөттө. Әммә ҡыҙҙың балаға ҡарата хистәре уянманы. Ғүмере буйы дауаханала йөклө ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләгән Фатима Вәсилә өсөн бигерәк борсолдо. Көн аша тигәндәй хәлен белергә йөрөнө. Ҡыҙҙа әсәйлек хистәрен уятырға тырышты. Вәсилә генә вайымһыҙ йөрөй бирҙе. Ниһайәт, бала табыр ваҡыты ла етте. Фатима һуңғы арала Вәсилә өсөн бигерәк борсола башланы, имен-аман ғына йөгөнән ҡотолһа ярар ине тип теләне. Күҙгә күренһә, бәлки үҙгәрер, әсәйлек хистәре уяныр, тип уйланы.

Тышта бөгөн һалҡынайтҡан, ҡырпаҡ ҡар яуған. Фатиманың иртәндән уҡ күңеле болоҡһой. Түҙмәне, тиҙ генә әйберҙәрен алды ла Вәсиләләргә йүгерҙе. Йөрәге урынында түгел ниңәлер. Өйгә йүгереп тигәндәй килеп инде.

-Вәсилә ҡайҙа, - тип һөрәнләне. Өйҙәгеләр аптырашып бер-береһенә ҡараны.

-Бер-ике сәғәт йөрөп киләм, тип сыҡҡайны, - тине атаһы бер ни аңламай. Фатима йүгереп урамға сыҡты, шундуҡ ишеге асыҡ мунса күҙенә салынды. Йүгереп шунда инде. Төп яҡты асыуға, аһ, итте. Иҙәнгә баҫырлыҡ түгел ҡан, мунса һикеһендә ҡарашын бер мөйөшкә төбәп Вәсилә ултыра. Ҡатындың йөрәге ярылырҙай булды, ҡарашы менән баланы эҙләне.

- Бала ҡая, - тип ҡыҙға йәбеште, асырғанып һелкетә башланы. Әммә ҡыҙ бөр нимә лә өндәшмәй ултыра бирҙе. Тауышҡа өйҙәгеләр сыҡты.

- Баланы эҙләшегеҙ, йыраҡта булмаҫҡа тейеш, бәлки терелер, - тип тышҡа атылды.

Эҙләмәгән ерҙәре ҡалманы, әммә яңы тыуған сабый һыуға төшкәндәй зым-зыя юҡ ине. Әллә нисәмә тапҡыр бәҙрәф тишеген дә инеп ҡараны, һарай эсенең өҫтөн-аҫҡа килтерҙеләр, картуфлыҡ, йәшелсә баҡсаһын тентенеләр, бер ҡайҙа ла юҡ. Ахырҙа ҡабат бәҙрәф ишеген асып соҡорҙо ҡарарға булды ҡатын, шул саҡ ҡолағына сыйылдаған тауыш ишетелгәндәй булды. Сеү, ҡайҙан сыға ул. Ҡолағын нығыраҡ һағайтты, юҡ, алйый башланы шикелле. Шул ваҡыт тауыш йәнә ҡабатланды. Эргәлә генә ишетелә бит, ҡайҙан сыға һуң ул. Фатима эргә-тирәне тағы бер ҡат үтте. Өйҙәгеләрҙе үҙе янына саҡырҙы, бергәләшеп йәнә эҙләй башланылар. Шул ваҡыт ҡатындың күҙе тиреҫ өйөмөнә төштө. Бер яғы күтәрелеп, ҡаҙылғанға оҡшаған түгелме. Өҫтөнә һалам һалынған. Йүгереп барып өйөмдө туҙҙыра башланы, шул мәл ҡулына әле һыуынып та өлгөрмәгән йоморсаҡ эләкте. Һалам өйөмө эсенән яңы ғына донъяға килгән сабыйҙы тартып сығарҙы. Кейгән кейемен сисә һалып ураны ла, өйгә йүгерҙе.

-Йәһәтерәк, һыу йылыта һалығыҙ, бала тере, үлмәҫкә тейеш, - тип ҡысҡырҙы, битенән йылға булып күҙ йәштәре аҡты. "Түҙ, зинһар әҙ генә түҙ", тип үҙ алдына һөйләнде.

Һаламдан, тиреҫтән йыуып таҙартылған сабый шалҡандай аҡ, туп-тумалаҡ ине. Йылы тиреҫ өйөмөнә күмелеүе генә туңып үлеүҙән һаҡлап алып ҡалған үҙен. Вәсилә лә ҡара эшенән тиҙ ҡотолорға уйлаған күрәһең, тәрәнгә күмеп өлгөрмәгән, өҫтөнә арлы-бирле һалам ғына ташлаған.

Фатима сабыйҙы төрөп өлкәндәргә тотторҙо ла, телефондан тиҙ ярҙам саҡырырға йүгерҙе.

Күп тә үтмәй йорт ҡаршыһына тиҙ ярҙам машинаһы, улар артынса полиция хеҙмәткәрҙәре лә килеп етте.
Читайте нас в