Йыртҡыс хайуан бүре ҡаршыңа килеп сыҡһа, ай-һай, йөрәгең шундуҡ ярылыр ул. Уларҙың кешеләргә ташланып һөйәккә тиклем ашап ҡуйыуҙары тураһында электән әллә ниндәй ҡурҡыныс хәбәрҙәр йөрөй. Бөгөнгө көндә лә бүреләр кешелек донъяһында ара-тирә осрап тора.
Яңыраҡ Салауат районының Иҙрис ауылы эргәһендә Йүрүҙәнгә балыҡ ҡармаҡларға төшкән кеше бүрегә тап була. Ул балыҡҡа әүрәп, көн кискә ауышҡанын һиҙмәгән була.
“Ҡараңғы төшә башланы. Ҡапыл урман яғынан ҡыштырлаған тауышҡа ҡарап ебәрһәм, ағас араһында эткә оҡшаған хайуанды күреп ҡалдым. Иң тәүҙә уны эт, тип уйланым. Һуңынан унан йыраҡ түгел тағы ике хайуанды күрҙем. Шунда уларҙың эт түгел, ә бүреләр булыуын аңланым. Нисек машинаға йүгереп барып еткәнемде лә хәтерләмәйем. Бәхеткә күрә, улар минең артымдан йүгермәне”, – тип һөйләгән балыҡсы.
Һунарсылар был хәлде бүреләр күбәйеүе менән аңлата, әммә бында кешенең тәбиғәткә ныҡлап ҡыҫылыуы ла сәбәпселер.