Республикала ғинуарҙан контейнер майҙансыҡтарында һәм уларҙың эргәһендә машинаһын ҡалдырып киткән водителдәргә штраф һала башларға уйлайҙар.
Дәүләт Йыйылышы депутаттары декабрь айындағы ултырышта уҡ яңы закон ҡабул итергә уйлай. Депутаттар бына ниндәй штрафтар индерергә теләй:
— граждандарға 1-2 мең, ҡабаттан боҙған осраҡта, 3-4 мең;
— вазифалы кешеләргә 5-10 мең, ҡабаттан боҙған осраҡта 15-20 мең;
— юридик берәмектәргә 20-30 мең, ҡабаттан боҙған осраҡта, 35-50 мең.
Шул рәүешле депутаттар күптән өлгөрөп еткән мәсьәләне хәл итергә өмөтләнә, сөнки контейнерҙар янында торған автомобилдәр сүп-сарҙы сығарырға мөмкинлек бирмәй.