Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Декабрь 2019, 10:05

Терелә күр, Фәрхәт!

Өфө – Инйәр – Белорет автоюлының 201-се километрында булды. Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килгән “Nissan Almera” менән “Nissan Bluebird” автомобилдәре бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күрә. Улар араһында биш айлыҡ Фәрхәт исемле сабый бар, сабыйҙың ғүмере өсөн өсөнсө тәүлек көрәшәләр.

Был һүҙҙәрҙе Белорет район үҙәк дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов яҙып сыҡты. Табиптар Фәрхәттең ғүмере өсөн көрәшә. Биш айлыҡ сабый ата-әсәһе менән юл-транспорт фажиғәһендә зыян күргәйне.
Был авария 2 декабрҙә Өфө – Инйәр – Белорет автоюлының 201-се километрында булды. Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килгән “Nissan Almera” менән “Nissan Bluebird” автомобилдәре бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә биш кеше зыян күрә. Фәрхәттең ата-әсәһе шулай уҡ дауаханала, травматология бүлексәһендә дауалана.
"Сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшеүебеҙгә өсөнсө тәүлек китте. Беҙҙең табиптар Башҡортостандың штаттан тыш баш нейрохирургы Айрат Тимершин менән мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Фәрхәтте үтә ауыр хәлдә килтергәйнеләр. Әле уның баш осонда ИВЛ аппараты тора, улар урынына шарҙар һәм уйынсыҡтар булһын ине. Ата-әсә, ныҡ булығыҙ!" – тип яҙҙы баш табип.
Фәрхәттең атаһы белдереүенсә, әле бала комала һәм бик ауыр хәлдә.
– Беҙ Өфөнән ҡайтып килә инек. Инйәр яғына еткәс, тыныс ҡына колоннала барҙыҡ, бер кемде лә ҡыуып үтмәнек. Көтмәгәндә беҙҙең һыҙатҡа машина килеп сыҡты һәм бәрелде. Ярар әле хәүефһеҙлек мендәрҙәре эшләне. Бәпес балалар креслоһында ине, беҙ бөтәбеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктергәйнек. Ҡаршы машинаның ҡайҙан килеп сыҡҡанын аңлап та өлгөрмәнек, – ти атай кеше.
Ир бер мәлгә иҫен юғалта һәм ҡатыны саҡырғанға уянып китә. “Аңыма килеү менән машинанан сыҡтым да улымды ҡулға алдым. Ул тын алмай, аңында түгел ине, ни бары ғырылдай ғына. Тәүҙә ҡурҡышымдан юғалып ҡалдым. Шок хәленән тиҙ генә сығып, Фәрхәтте яһалма тын алдыра башланым. Шунан ғына ул тын ала башланы”, – тип дауам итә атай кеше.
Ғаилә башлығы белдереүенсә, “Ашығыс ярҙам” машинаһына уларға бәрелгән машинаның кешеһен дә ултырталар. Уның бите емерелгән, үҙе шыр иҫерек булған. Рулдә кемдең ултырыуын да әйтә алмаған, аҙаҡ уның пассажир булыуы асыҡланған.
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: