Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Декабрь 2019, 16:55

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ғаиләләргә айырылышыуҙарҙы тыйырға тәҡдим итә

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ғаиләләрҙең айырылыуына бәйле ҡайһы бер тыйыуҙарҙы индерергә тәҡдим итте.
Махсус курстар үтмәйенсә, балалы ғаиләләргә айырылышырға юл ҡуймаясаҡтар.
Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Ксения Мишонова Рәсәй Дәүләт Думаһында үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүендә ғаиләләрҙең тарҡалыуы менән бәйле хәлдәр хаҡында һөйләгән. Омбудсмен: “Илдә никах тарҡалғанда ата-әсәләр балаларға ҡарата мебелде бүлешкән кеүек ҡылана: улар талаша һәм был эш хатта судҡа барып етә”, – тип белдергән.
Бына ошондай аяныслы хәлдәрҙең кәмеүе өсөн айырылышыу тураһында һүҙ йөрөткән ир менән ҡатынды психологҡа курстарға мотлаҡ йөрөтмәкселәр. Белгес уларҙы балалар менән никах ваҡытында һәм унан аҙаҡ аралашырға өйрәтергә тейеш. Бынан тыш, омбудсмен психологҡа барыу кеүек юлға барып етмәҫкә һәм, ғөмүмән, ғаиләләрҙе тарҡатмаҫҡа ине, тигән фекерҙә.
Күптәр бындай законды күптән ҡабул итергә кәрәк, тигән фекерҙә. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр байтаҡ йыл үткәс, ҡасандыр яһаған был хәл иткес аҙымдың хаталы икәнлеген аңлап үкенгән. Улар, бәлки, шул саҡта психологта булып һөйләшһә, ғаилә лә тарҡалмаҫ, балалар ҙа ата-әсәһе бар көйө етемһерәп ҡалмаҫ ине, тигән уйҙа икән.
Читайте нас: