Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Декабрь 2019, 18:29

Башҡорт теле көнө

14 декабрь башҡорт теле көнө, был көн Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән рәсмиләштерелде.

14 декабрь башҡорт теле көнө, был көн Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән рәсмиләштерелде.


Шуға күрә лә был шәмбелә рәхәтләнеп, республикала башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереү сараларын ойошторорға, уларҙа ҡатнашырға мөмкин.


2 декабрҙән социаль селтәрҙәрҙә «Аҫылташ» интернет-марафоны башланды. Унда йәш авторҙар һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары башҡорт телендә шиғырҙар уҡый.


14 декабрҙә Башҡорт теле көнө Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Иртәнге сәғәт 10-да педагогия университетының төп корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе үткәрелә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, интернетта дәрестең онлайн-трансляцияһы була.


Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем мәғлүмәт-күңел асыу саралары планлаштырылған. «Мега», «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплекстарында, «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә теләгән һәр кем башҡорт бейеүе дәрестәрен, беҙҙеңсә мобиль ҡушымталар һәм грант проекттарыныү исем туйын ҡарай ала. Концертта башҡорт КВН командаларының сығыш яһауы көтөлә, балалар өсөн «Балалар театры» майҙансығы ойошторола.


Был көндә һәр кем башҡортса һаулыҡ һорашһын, сараларҙа ҡатнашһын!
Читайте нас: