Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Декабрь 2019, 16:30

Декреттағыларға өҫтәп аҡса түләнәсәк

1 ғинуарҙан әсәйҙәргә бәйле тағы бер закон проекты үҙ көсөнә инә.

Рәсәй Президенты ил Хөкүмәтенә әсәлек, балалыҡ институттарына даими ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Шулай итеп, 1 ғинуарҙан әсәйҙәргә бәйле тағы бер закон проекты үҙ көсөнә инә.




Һүҙ – 1,5-тән 3 йәшкә тиклемге балаларын ҡарау буйынса ялда булған әсәйҙәргә өҫтәмә түләү хаҡында. Уның күләме төбәктәге бәлиғ булмағанған граждандарҙың йәшәү минимумына тиң буласаҡ. Тик бер бик мөһим шарт бар: ғаиләләге һәр кешенең килеме ошо уҡ төбәктәге йәшәү минимумынан ике тапҡырҙан юғарыраҡ булырға тейеш түгел.




Был пособие 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк.

"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: