Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 12:54

Әбей бер миллион һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Салауат ҡалаһында бер ҡатынға телефон аша 15 миллион һум аҡсаны алыу кәрәклеге хаҡында хәбәр иткәндәр.

Салауат ҡалаһында бер ҡатынға телефон аша 15 миллион һум аҡсаны алыу кәрәклеге хаҡында хәбәр иткәндәр.

Быға ныҡ ҡыуанған оло йәштәге ҡатын тиҙ генә был сумманың “һалым”ын түләгән һәм ике аҙна буйы тейешле 15 миллион һумды көткән. Өҫтәүенә үҙенә шылтыратҡан кешенең һүҙҙәренә ышанып, ошо 14 көн буйы ирҙең “хеҙмәттәш”тәренең электрон янсығына бер миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Был сумманың 700 мең һумы – ашығыс рәүештә алынған кредит.

Декабрь башында Себер яҡтарында эшләп ҡайтҡан ир ҙә ҙур сумма аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ул кафе-ресторандарҙа күңел асҡан һәм банк картаһы менән иҫәпләшкән. Күпмелер ваҡыт үткәс, ир картаһын юғалтҡан. Кемделер уны тапҡан да иҫәбенән бер миллион 280 мең һум аҡсаһын алған.

Үрҙә әйтелгән хәлдәргә тарымаҫ өсөн иғтибарлы булырға кәрәк. Шуға банк реквизиттарын сит кешеләргә бер ҡасан да бирергә ярамай һәм был кәрәкмәй ҙә, сөнки банк хеҙмәткәрҙәре банк картаһы номерҙарын, паролде һәм смс-кодтарҙы һорап тормай.

Ҡыҫҡаһы, күп сумма аҡсаны тәҡдим итәләр икән, һеҙҙең менән мутлыҡ ҡылыусылар аралаша.


Читайте нас: