Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 16:05

Мәйетте прицепҡа һалып йөрөткәндәр

Белорет районында хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың кеше мәйетен автомобиль прицебына һалып, урам буйлап китеп барыуҙары халыҡты борсоуға һалған.

Белорет районында хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың кеше мәйетен арбаға һалып, урам буйлап үтеүе урындағы халыҡты борсоуға һалған.


Быны улар хатта фотоға төшөрөп, “Подслушано Белорецк” сәхифәһенә лә ҡуйған.


Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан был хәлде былай тип аңлатҡандар: «Белорет районы биләмәһендә билдәһеҙ ирҙең туҡмап үлтерелгән мәйете табылған. Ваҡиға теркәлгән урынға тәфтишселәрҙең-оператив төркөмө оҙатыла һәм тикшерелә. Енәйәтсе шунда уҡ ҡулға алына. Енәйәт ҡылынған урындан алыҫ булмаған ерҙән прицеп алып, мәйетте мәйетханаға алып барғандар».
Читайте нас: