Бер яҡташыбыҙ Учалы ҡалаһының Бурансы ҡасабаһынан ни бары 4 километр алыҫлыҡтағы урманда ҡоралай атып алған. 5 декабрь, көпә-көндөҙ була был хәл.
-258-се статьяның 1-се өлөшөнөң “а” пункты тураһында һүҙ бара – ҙур күләмдә зыян килтереү, сөнки зыян 60 мең һумға баһалана,- ти эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Динара Фәсхетдинова, - Ғәйебе иҫбатлана икән, 500 мең һумға тиклем штраф һалыныуы, йә, хатта, ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә мөмкин.
Д. Фәсхетдинова шуны өҫтәп белдерҙе – “ҡара һунарсы”ның торлағында тентеү үтеп, теркәлмәгән сигнал биреү револьверы һәм һырлы көбәкле ҡоралға 7 патрон табыла. Ҡоралай атыуҙан тыш, бының өсөн дә яуап бирергә тура килерҙер. Ут ҡоралы, яһаҡ, шартлатҡыстар тәңгәлендә бик һаҡ булыр кәрәк.
Ишетеп ҡалыуыбыҙса, был браконьер бүре атырға лицензия юллаған була. Шуға ла урманда мылтыҡ тотоп иркен йөрөй. Ә ҡоралайҙы күреп ҡалғас, ҡомарына баш була алмағандыр инде. Бик йәл, бүренән айырмалы рәүештә, ҡоралайҙың бер зыяны юҡ бит!
Фото - БР буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан