Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 16:23

Һунарсы һунарсыны атҡан

Һунарға сығып, кешеләрҙең яңылыш бер- береһен атыу осраҡтары йыл һайын ҡабатланып тора. Ошо көндәрҙә тағы бер аяныслы хәл булған.

Һунарға сығып, кешеләрҙең яңылыш бер- береһен атыу осраҡтары йыл һайын ҡабатланып тора. Иң ғәжәбе, һәр осраҡта ла мылтыҡтан атыусы тоҫҡаған кешеһен йәнлек йә хайуан тип уйлай. Тик торған таяҡ та ата, тиҙәр боронғолар. Күтәрелгән ҡорал да ирекһеҙҙән ҡорбанын эҙләй, күрәһең.

Бәләбәй районының Яңы Александровка ауылы эргәһендә ял көндәрендә ике ир һунар итергә сыға. Уларҙың өлкәне йыраҡта торған иптәшен шәйләмәй, йәнлек икән тип уға ата. Йәрәхәтләнгән ирҙе дауаханаға оҙаталар. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: