Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 17:51

Юлбаҫар тотолдо

Юлбаҫар тотолдоТаныш булһалар ҙа, теләһә кемгә ишек асмау хәйерле. Эске эштәр бүлегенә 64 йәшлек Учалы ҡалаһы кешеһе мөрәжәғәт итә. Ошо көндәрҙә иртән иртүк кемдер йорт ишеген ныҡ итеп дөбөрҙәтә. Һорашып, 30 йәшлек танышы икәнлекте белгәс, ишек аса

Юлбаҫар тотолдо

Таныш булһалар ҙа, теләһә кемгә ишек асмау хәйерле. Эске эштәр бүлегенә 64 йәшлек Учалы ҡалаһы кешеһе мөрәжәғәт итә. Ошо көндәрҙә иртән иртүк кемдер йорт ишеген ныҡ итеп дөбөрҙәтә. Һорашып, 30 йәшлек танышы икәнлекте белгәс, ишек аса. Тегенән араҡы еҫе аңҡыған була, үҙен баҫҡынсыл тота: йорттағы ҡатынды ййыға төртә, ә хужа уға ярҙамға ашыҡҡас, уның башына ултырғыс менән елгәрә. Һөжүм ҡорбандары аңдарына килгәнсе, саҡырылмаған ҡунаҡ шәрәмәте телевизорҙы эләктерә лә, урамдағы “Матиз” автомобиле багажнигына һалып, юҡ була, тип хәбәр иттеләр БР буйынса эске эштәр министрлығынан.

Был юлбаҫар эскенән тамам аҡылын юйғандыр микән, шулай асыҡ эш иткәс, йәһәт тотолдо һәм ҡулға алынды. Сағыштырмаса йәш булһа ла, ҡат-ҡат хөкөм ителгән әҙәм. Хәҙер тағын сәнскеле сым артына ебәреләсәк инде. Бындай “таныштарҙың” булыуынан булмауҙары мең артыҡ!
Читайте нас: