Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
12 Декабрь 2019, 16:22

Йәш уҡытыусыларға 600 мең һум

Башҡортостанда 600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған йәш ауыл уҡытыусыларының исемдәре билдәле булды. Исемлектә Учалы районынан да бер уҡытыусы бар.

Башҡортостанда 600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған йәш ауыл уҡытыусыларының исемдәре билдәле булды.


Конкурста ҡатнашыуға 190 уҡытыусы ғариза биргән. Был конкурста Рәсәй Федерацияһы гражданы булып торған һәм республикала даими йәшәгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала.


Грант алған мәлгә дәғүәселәрҙең ауыл мәктәбендә ике йылдан ашыу педагогик стажы һәм бер тариф ставкаһынан кәм булмаған уҡыу йөкләмәһе булырға тейеш.


Шул уҡ ваҡытта ауылда халыҡ һаны 10 мең кешенән артмауы зарур. Грантҡа дәғүә итеүселәрҙе мәктәптәр һәм район мәғариф бүлектәре күрһәтә. Әйткәндәй, исемлектә яҡташыбыҙ, Ураҙ лицейы уҡытыусыһы Әлиә Хәмит ҡыҙы Сәғәҙәтова ла бар. Афарин, ҡотлайбыҙ!


Грант алған уҡытыусылар мәктәптә 10 йылдан ашыу эшләргә йәки хеҙмәт килешеүен өҙгәндә гранттың суммаһын кире ҡайтарырға бурыслы.


Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттарҙы йыл һайын тапшырыу ҡаралған.



Читайте нас: