Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 16:15

Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды

Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды.

Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды. Мәскәүҙә лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров юғары награда алды.
Өс финалсы иҫәбенә шулай уҡ Краснодар һәм Красноярск крайҙары инде, ләкин Башҡортостан халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары һәм премияның эксперт советы эше һөҙөмтәләе буйынса ышаныслы еңеү яуланы, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Жюри ағзалары Рәсәйҙең уңыш менән ике тапҡыр Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәргән тәүге һәм берҙән-бер ҡалаһы булыуын билдәләне. Шулай уҡ республикала физик культураны һәм күп кеше ҡатнашҡан спортты үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарыла, йыл һайын халыҡтың төрлө категориялары өсөн спартакиадалар һәм башҡа ярыштар уҙғарыла. Еңеүсе төбәккә Рәсәйҙең Спорт министрлығынан бер миллион һум аҡса тапшырыла.
«Был – меңәр тренер, физкультура уҡытыусыһы, спортсы, спорт ветераны өсөн награда, – тине Радий Хәбиров. – Спорт тормошонда ике маҡсат беҙҙең өсөн үҙгәрешһеҙ ҡала. Беренсеһе – Рәсәй спортының бөйөклөгө. Икенсеһе – меңәрләгән малай һәм ҡыҙ заманса, уңайлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында, бассейндарҙа, көрәш залдарында, футбол, хоккей майҙансыҡтарында шөғөлләнә алһын. Уларҙың яҡшы тренерҙары булһын».
"Башинформ".
Читайте нас в