Балаларҙы ағыулаған кешеләргә ҡарата ҡаты яза ҡуллана башламайынса, бындай енәйәнселәрҙән үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе ҡотҡарып буламаясаҡ тигән уй тыуа Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған ваҡиғанан һуң.
Алдағы кѳндәрҙә “снюс” тигән ағыулы “кәнфиттәр” менән балаларҙың ағыуланыу ихтималлығы хаҡында, шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының уның һаулыҡа зарарлы булыуын иҫкәртеүе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ.
Хәүефләнеүебеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бушҡа булмаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәктәп уҡыусыһының билдәһеҙ матдә менән ағыуланып, ауыр хәлдә реанимацияға эләгеүе хаҡында билдәле булды.
Дауахананың баш табибы биргән мәғлүмәттәр буйынса, 11 йәшлек малай кѳслѳ ағыуланған булған. Үҫмерҙең һүҙҙәренсә, класташы уға беренсе дәрес алдынан сәйнәй торған кәнфит һәм 20 һум аҡса биргән. Ағыуланыу сығанағы “LYFT” тип аталған таблеткалар булыуы ла ихтимал, тиелә документта. Таблетканы ҡабул иткәндән һуң күп тә үтмәй балаға ҡыйын булып, дауаханаға алып килгәндәр. Әле уның хәле яҡшырған.
Был инде илдә беренсе хәл түгел, ошондай уҡ ваҡиға Новосибирск ҡалаһында ла теркәлгән. Унда ла бала ниндәйҙер һағыҙ сәйнәгәндән һуң үҙен иҫәр, сәйер кеше кеүек тота, әсәһенең һорауҙарына ла яуап бирә алмай.
Күренеүенсә, енәйәселәр хәҙер мәктәп йәшендәге үҫмерҙәргә тотонған. Был ҡот осҡос ваҡиғалар йәмәғәтселек, тәртип һаҡлау органдары иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, тиҙ арала етди саралар күрелер, тип ышанғы килә.