Стәрлетамаҡта дәрес ваҡытында 11 йәшлек баланы "снюс"ты "кәнфит» тип ашағандан һуң дауаханаға эләгеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Уны мәктәптән ашығыс ярҙам менән алып киткәндәр.
Уның һүҙҙәренсә, дәрес башланыр алдынан класташы уға кәнфит биргән. Бер нисә минуттан ул үҙен насар тоя башлаған. Шунан бала дауаханаға оҙатылған. Хәҙер уҡыусы ауыр хәлдә.
Прокуратура һәм тәфтиш комитеты тикшереү эшен башлаған. Ошо хәлдән һуң уҙған йома республика башлығы Радий Хәбиров снюсты кәштәләрҙән алыу өсөн магазиндарға 24 сәғәт ваҡыт бирҙе.
«Магазин хужаларының да балалары бар, күрәһең, шуға күрә улар беҙҙе ишетә һәм ризалаша», — тип билдәләне Хәбиров. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда магазиндарҙың 70% «снюс»ты кәштәләрҙән алды, тип хәбәр итәләр.