Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 13:15

12 йәшлек бала үлгән

Вагонсыҡта 12 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостанда вагонсыҡта сыҡҡан янғында баланың ғүмере өҙөлгән.


Бөгөн иртән Иглин районында көнкүреш вагоны янып киткән. Янғынды һүндергән ваҡытта 12 йәшлек ҡыҙыҡайҙың үле кәүҙәһе табылған.


Билдәле булыуынса, яңыраҡ ҡына ғаиләнең йорто янған һәм уларҙы вагонсыҡҡа күсергәндәр. Был Таутөмән ауыл советының берҙән-бер варианты булған. Вагонсыҡ утын яғып йылытылған, янғын сығыуға ошо сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Яңғыҙы ғына вагонсыҡта ултырған ҡыҙ һөрөм менән ағыуланған.


Ғаилә имен тип иҫәпләнгән.


Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: