Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 13:57

Дары бәләһе

Аңлашыла инде, террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш барғанда шартлатҡыстарға ҡарата мөнәсәбәт бик киҫкен хәҙер. Быйыл көҙ Кирәбе ауылынынан яҡын ғына урманда браконьерлыҡҡа ҡаршы рейд үткәргән полиция хеҙмәткәре һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы бер ирҙе туҡтаталар. Рюкзагында ҡаптарға һалынған порошок иғтибарҙарын йәлеп итә.

Дары бәләһе

Аңлашыла инде, террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш барғанда шартлатҡыстарға ҡарата мөнәсәбәт бик киҫкен хәҙер. Быйыл көҙ Кирәбе ауылынынан яҡын ғына урманда браконьерлыҡҡа ҡаршы рейд үткәргән полиция хеҙмәткәре һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы бер ирҙе туҡтаталар. Рюкзагында ҡаптарға һалынған порошок иғтибарҙарын йәлеп итә. Ни икәнен, әлбиттә, шундуҡ аңлағандарҙыр, әммә закон талабы буйынса лабораторияла тикшереү башҡарыла. Экспертиза күрһәтә: 300 грамм тирәһе – төтөнһөҙ, 900 грамм тирәһе – төтөнлө дары.

Эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе майор Динара Фәсхетдинова белдереүенсә, был ир юғалған малымды эҙләргә урманға сыҡтым, тип аңлата. Ә тейешенсә теркәлмәгән мылтыҡ, патрон, дарыны ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡланыу өсөн алдым, тип аҡланып маташҡан, ти. Ысынында нисек булғанын тәфтиш һәм суд күрһәтәсәк инде

- РФ Енәйәт кодексының 222.1-се статьяһы буйынса (шартлатҡыс матдә йә ҡоролмаларҙы законһыҙ рәүештә алыу, биреү, һаҡлау, ташыу) енәйәт эше ҡуҙғатылды, тикшереү бара,- ти Динара Фәнил ҡыҙы, - Ғәйебе иҫбатлана икән, биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә мөмкин.

Әлбиттә, уға тиклем барып етмәйәсәктер был осраҡта, һунар дарыһы динамит йә пластит түгел бит, шулай ҙа һаҡ булыр кәрәк, яҡташтар. Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә яғылған осраҡтар ҙа юҡ түгел был донъяла.
Читайте нас: