Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 17:52

Ялған араҡы һатыусылар тураһында хәбәр ит һәм бүләккә аҡса ал

Кемдең аҡса эшләргә теләге бар? Башҡортостанда йәшәүселәр ялған алкоголь һатыу тураһында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн аҡсалата бүләк алырға мөмкин. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Вәт,шәп, идея. Әйҙәгеҙ әле, яҡташтар, әүҙемерәк булайыҡ. Аҡсалата бүләктәр мул ғына күләмдә, ябай һатыусы өсөн, мәҫәлән...

Башҡортостанда йәшәүселәр ялған алкоголь һатыу тураһында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн аҡсалата бүләк алырға мөмкин. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Бөгөндән беҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе булған ялған спиртлы эсемлектәр менән йәшерен сауҙалағы элмәкте тағы ла нығыраҡ тартабыҙ. Мәғлүмәт еткереүселәргә аҡса түләй башлайбыҙ. Етештереүселәр хаҡында мәғлүмәткә — 50 мең һум, һатыусы тураһында мәғлүмәткә – 2000 мең һум. Йәшеренлекте һәм ғәҙел түләүҙе гарантиялайбыҙ», — тип вәғәҙәләй республика етәксеһе.
Бутлегерҙарға ҡаршы әүҙем көрәш башланғандан алып республикала 115 ғүмер һаҡлап ҡалынған, һигеҙ йәшерен етештереү цехы ябылған һәм 70 мең литрҙан ашыу спиртлы продукция тартып алынған, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы «ҡәбәхәттәр» тураһында «Хәүефһеҙ мөхит» порталында (тәүлек әйләнәһенә) йәки +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем) Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына хәбәр итергә саҡырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1393200-radiy-khabirov-obeshchaet-platit-dengi-za-informatsiyu-o-tochkakh-prodazhi-surrogata-v-bashkirii/
Читайте нас: