Әбейҙәр сыуағы бик ҡыҫҡа булырға оҡшай. Синоптиктар был аҙнала һуңғы йылы көндәр менән рәхәтләнеп ҡалырға кәңәш бирә. Киләһе аҙнала әбейҙәр сыуағы тамамлана, термометр бағанаһы яйлап төшәсәк. Шишәмбенән температура түбәнәйәсәк. Оҙайлы ямғырҙар башланасаҡ, тиҙәр. Ҡырау төшөүе, көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә. Ауыл халҡы тиҙерәк бесәнен эшләп бөтөп, картуфын ҡаҙып ала күрһен инде.