2020 йыл Башҡортостанда «Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы» була
Был хаҡта кисә оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. 12 ай эсендә газондарҙы, тротуарҙарҙы, яҡтыртҡыстарҙы һәм ихаталарҙы тәртипкә килтереү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта иң әүҙем ҡалалар һәм райондар дәртләндерелә.
— Кешеләр үҙҙәре ҡойма эшләргә йәки нимәлер ҡаҙырға сыҡты икән, тимәк, ошо муниципалитетҡа финанслауҙы арттырабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бынан тыш, ул ҡаты эләктергесле бәүелсәктәрҙән ҡотолорға ҡушты. Балалар майҙансығында шундайҙар булһа, 8-937-845-28-42 номерына шылтыратырға кәрәк. Килеп, уларҙы хәүефһеҙ бәүелсәктәргә алмаштырырға тейештәр.