Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 02:00

Сүп-сар өйөмөнә батмайыҡ!

2019 йылдың февраленән Башҡортостанда йәшәүселәрҙең иҫәп ҡағыҙҙарында газ, һыу һәм электр энергияһы өсөн түләүҙәр менән бер рәттән «ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән өсөн» тигән яңы юл барлыҡҡа киләсәк.

2019 йылдың февраленән Башҡортостанда йәшәүселәрҙең иҫәп ҡағыҙҙарында газ, һыу һәм электр энергияһы өсөн түләүҙәр менән бер рәттән «ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән өсөн» тигән яңы юл барлыҡҡа киләсәк.

Республикабыҙ биш зонаға бүленгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы конкурс үткәреп, уларҙа төбәк операторын билдәләгән. «ЭКО-Сити» төбәк операторы 3-сө округҡа ингән ҡала-райондарҙы, шул иҫәптән Учалы районын да хеҙмәтләндерә, үҙ зонаһында йәшәүсе ҡалдыҡ хужалары менән хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн килешеүҙәр төҙөй. Ул ҡалдыҡтарҙы йыя, ташый, эшкәртә, утилләштерә, зарарһыҙландыра һәм күмә. Был хеҙмәттәр өсөн ҡалдыҡтарҙы барлыҡҡа килтереүсе йәғни халыҡ түләй. Ҡалдыҡтар сүп-сар ташыусы машинаға тейәлгәндән алып, уның өсөн төбәк операторы яуап бирә. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтарын булдырыу урындағы идара органдарына - ауыл хакимиәттәренә йөкмәтелгән, улар яуаплы.

Был мәшәҡәттәр ни өсөн кәрәк һуң? Нисек тә булһа сүп-сарға күмелеүебеҙҙе туҡтатыр өсөн, әлбиттә. Башҡортостан өсөн был киҫкен мәсьәлә. Республикала санитар талаптарға яуап биргән 36 полигон эшләй. Ҡалған 3500 тирәһе - санкцияланмаған сүплектәр. Уларҙа йыйылған токсик матдәләр тупраҡты һәм һыуҙы зарарлап, кешеләр һаулығына ҡурҡыныс менән янай. Оҙаҡламай ейәндәребеҙ беҙ булдырған сүп өйөмө өҫтөндә уйнай башлаясаҡ! Шуға күрә ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә реформа - өлгөргән мәсьәлә.

Сүп-сарҙы сығарыу өсөн өйҙә йәшәгән һәр ғаилә ағзаһынан түләү алына. Ҡалдыҡтарҙы бынан һуң ҡыуаҡ араһына ғына ташлау килеп сыҡмаясаҡ. Был йәһәттән закондар ҡатылана - яңы хеҙмәттәр өсөн түләүҙән баш тартҡан граждандарҙы региональ оператор судҡа бирә ала һәм суд аша тотонолған сығым-дарын да ҡаплатасаҡ.

Төбәк операторы шулай уҡ санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөүҙә лә ҡатнаша ала. Бының өсөн ойошма вәкилдәре сүплек урынына барып акт төҙөй, фотоға төшөрә, координаталарын билдәләй һәм сүплек урынлашҡан ер хужаһына иҫкәртеү ҡағыҙы ебәрә. Әгәр ер хужаһы 30 көн һуҙымында сүплекте үҙ аллы юҡ итмәһә, был эште төбәк операторы эшләй һәм шулай уҡ суд аша тотонолған сығымдарҙы түләтеү хоҡуғына ла эйә.

- Районыбыҙҙа контейнерҙар урынлаштырыу майҙансыҡтары өсөн ике миллион тирәһе аҡса бүленгән. Ошо аҡсаға 2х3 м үлсәмле 137 контейнер урынлаштырыу өсөн майҙандар булдырыласаҡ. Ауылдарҙа 200 өйгә бер контейнер тәғәйенләнгән. Әгәр ҙә йорттар һаны ике йөҙҙән аша икән, ике контейнер урынлаштырыласаҡ, - тип белдерҙе район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәхмәтуллин.

Уның белдереүенсә, майҙансыҡтар төҙөр өсөн аҡса яңы йылға тиклем килгән. Ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса ҡалала «Дорзеленстрой йәшелләндереү» йәм-ғиәте, ә ауылдарҙа иһә әлегә шәхси эшҡыуар Марсель Әхмәҙиев шөғөлләнәсәк. Сүп-сар аҙнаһына бер тапҡыр сығарыласаҡ. Шулай уҡ Иманғол, Ҡунаҡбай, Юлдаш, Уральск ауылдарындағы сүплектәрҙе бөтө-рөү өсөн 2,4 миллион һум аҡса бүленгән дә инде.

Миндәк ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа ла контейнерҙар ултыртыу эштәре ҡыҙыу бара. Барыһы 12 контейнер урынлаштырыласаҡ. Уларҙың алтауһы - Миндәктә, ҡалғандары Оҙонгүл, Баттал, Килмәк һәм башҡа ауылдарға ултыртыласаҡ. Ойоштороу эштәрен Венера Баҙамшина үҙ иңенә алған.

Ә Ҡунаҡбай ауылы биләмәһе был йәһәттән эшен тамамлаған, тип әйтһәң дә яҙыҡ булмаҫ. Ҡунаҡбай ауылына - өс, ә Илтабан һәм Юлдаш ауылдарына икешәр контей-нер урынлаштырылған. Был эштәрҙе Булат Ғәлиев ярҙамында атҡарғандар.

Нисәмә йыл дауамында сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеү системаһы яңырғаны юҡ. Үҙҙәренең ҡалдыҡтарын дө-рөҫ итеп түгергә теләмәгән, махсуслашҡан ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөмәгән йәшәүселәр һәм эшҡыуарҙар тирә-яҡ мөхит һәм үҙҙәре менән бергә йәшәгән ауылдаштары өсөн хәүеф тыуҙыра. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

Халҡыбыҙ шуныһын аңлаһын ине. Таҙа республика - сәләмәт халыҡ! Бөгөнгө үҙгәрештәр беҙҙең үҙебеҙ, балаларыбыҙ, киләсәк быуын өсөн бик мөһим булып тора. Беҙҙең барыбыҙ ҙа таҙа һауа һулап, таҙа һыу эсеп йәшәгебеҙ килә. Ә бына статистика мәғлүмәттәренә килгәндә, һәр бер кеше йылына 500 килограмм сүп-сар сығарып ташлай. Уларҙың күбеһе гараждар тирәһендә, урман, ялан-ҡырҙар һәм йылға буйҙарында ятып ҡала. Хәлдәр ошолай барһа, бер нисә йылдан беҙҙең үҙебеҙгә лә сүп-сар өҫтөндә йәшәргә тура киләсәк. Шуның өсөн беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу өсөн бурыслы. Шуныһын онотмайыҡ, йәмәғәт! Таҙа йәшәйек!

Алһыу ХАННАНОВА.
Читайте нас