Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 02:00

Туҡмай, тимәк, күралмай!

“Туҡмай, тимәк, ярата!” тигән мәҡәләне уҡып сыҡтым да, уйға ҡалдым, ысынлап та, бахыр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһы берәүҙәре тиран ирҙәренән туҡмалып йәшәргә мәжбүр. Нимәгә шулайҙыр, белмәйем. Әллә ҡурҡалар, әллә башҡа кейәүгә сыға алмаҫмын, тип уйлайҙар, балаларымды атайһыҙ үҫтермәйем, тигәдәре лә бар. Мин һеҙгә үҙемдең яҙмышымиды бәйән итмәксемен. Әсәйем етем, балалар йортонда тәрбиәләнгән.

“Туҡмай, тимәк, ярата!” тигән мәҡәләне уҡып сыҡтым да, уйға ҡалдым, ысынлап та, бахыр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһы берәүҙәре тиран ирҙәренән туҡмалып йәшәргә мәжбүр. Нимәгә шулайҙыр, белмәйем. Әллә ҡурҡалар, әллә башҡа кейәүгә сыға алмаҫмын, тип уйлайҙар, балаларымды атайһыҙ үҫтермәйем, тигәндәре лә бар. Мин һеҙгә үҙемдең яҙмышымды бәйән итмәксемен. Әсәйем етем, балалар йортонда тәрбиәләнгән. Етемдәр ҡырыҫ, уҫал, үҙһүҙле була тиҙәр, килешәм, ундайҙары ла барҙыр, әммә әсәйем ныҡ йомшаҡ күңелле. Атайым да уның шундай булыуы менән файҙаланғандыр, күрәһең. Ауылға уҡытыусы булып эшкә ҡайтҡан йәш ҡыҙҙы шундуҡ эләктереп алып, үҙенән бер аҙым да ситкә ебәрмәгән. Әсәйем дә ҡарышмаған, башын эйеп риза булған, яратмаған да шикелле. Атайым йәш ваҡыттан уҡ эсергә яратҡан, кәләш алғас, оторо холоҡһоҙланған. Үҙемде белә-белгәндән кешесә эсә белмәне, дуҫ-иштәре менән лаяҡыл эсеп ҡайтыр ҙа, айығып тороп “бахмурҙан” әсәйемдән аҡса таптырыр ине. Ә ул ваҡыт заманаһы заман инеме, эш хаҡы түләмәйҙәр, аҡса юҡ. Әсәйем бахыр, булған аҡсаһын ҡыҫып тотҡан була ла ул, юҡ шул, атайым талап ала, бирмәһә, туҡмай. Ундай һуғыштарҙы күп күреп үҫтем. Хәҙер уйлайым, әсәйем ғүмер буйы йәшәү менән үлем араһында йәшәгән. Бала-сағымды иҫләргә яратмайым, сөнки уның һәр көнө тиерлек ниндәйҙер тетрәндергес ваҡиға менән бәйле. Хәтеремдә, мин беренсе класта уҡыйым, дәрестән һуң ҡайттым. Ишек алдында ҡысҡырған тауыштар ишетелә. “Әсәй, әсәй”, - тип һөрәнләйем, яуап биреүсе юҡ. Тауыштары арт яҡта, утынлыҡта ишетелә, шунда йүгереп барһам, ни күрәм, атайым әсәйемдең башын утын түмәренә һалған да балта күтәреп тора. Әсәйем ҡысҡыра (нисек күршеләр тауышын ишетмәгәндәрҙер, әллә уларҙың һуғышыуына өйрәнеп бөткән булғандармы икән), атайым аҡса бирәһеңме-юҡмы, бирмәһәң башыңды сабам, тип ыҫылдай. Эргәләренә йүгереп барып, атайымдың ҡулына нисек аҫылынғанымды ла хәтерләмәйем. Мине бесәй балаһындай ғына алып ырғытты, шулай ҙа балтаһын төшөрҙө. “Хәҙер ярты сәғәттән аҡса тапмаһаң, үлтерәм”, - тип янап сығып китте. Әсәйем ҡалтырай-ҡалтырай мине ҡосаҡлап алды, илашып өйгә индек. Йәшергән аҡсаһын өҫтәлгә һалды ла, мине өйҙән алып сығып китте. Ауылда йәшәгән берәүҙәргә барып йоҡланыҡ ул көндө (сит кешеләрҙә күп йоҡланыҡ инде, кешеләрҙе шул тиклем ялҡытҡанбыҙ күрәһең, ҡайһы ваҡыт ишек тә асмай торғайнылар ). Икенсе тапҡыр аҡса таптырып әсәйемде быуғаны хәтеремдә. Туҡмас таяғы алып атайымдың башына һуҡтым, әсәйем ғырылдай башлаған ине. Үҙемә лә эләкте, сәсемдән алып стенаға һуҡты. Бер ус сәсем ҡулында йолҡоноп ҡалды, шул урында һаман сәсем юҡ, төбө-тамыры менән йолҡоп алған булғандыр инде. Һөйләй башлаһаң бик күп. Ғүмер үтте, олоғая килә атайымдың эсеүе кәмене, һаулығы ла, көсө лә юҡ һуғышырға. Әммә минең күңел мәңгегә йәрәхәтләнгән, ғүмер буйы ир затын күрәлмәнем, уларҙың барыһы ла шулай, тип уйланым. Кейәүә сыҡманым, эшкә барам, эштән ҡайтам. Бала саҡ хәтирәләре һаман төшкә инә, минең дә нервылар ҡаҡшаған хәҙер, кеше менән һөйләшә алмайым, тиҙ ҡыҙам. Шуға кешеләр ҙә минең менән үтә аралашмайҙар. Әсәйемдән, ниңә айырылманың һуң, тип һорағас, барыр ерем булманы, ти. Ғүмер буйы балалар йортонда, бында, исмаһам үҙемдең өйөм ине, ти.

Ниңә мине уйламағандыр, белмәйем. Шуға ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер һүҙем, һуғышҡан ир менән йәшәмәгеҙ, балаларығыҙҙың күңелен яраламағыҙ.

Ғәфү итегеҙ, күп булып китте.

Гөлсибәр апайығыҙ, тип уҡырһығыҙ.
Читайте нас