Диниә назараты съезында күпселек уның өсөн тауыш бирҙе. Хәйер, башҡа кандидаттар юҡ ине.Айнур Бирғәлин 1989 йылғы, Баттал ауылында тыуған. Өйләнгән, дүрт балаһы бар. Әсәһе сығышы менән Яңы Байрамғолдан, атаһы - Батталдан. Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университетында белем алған. Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәләге Әл-Әзһәр халыҡ-ара ислам университетының Сәнәүиә институтын тамамлаған. 2011 йылдан Өфөнөң «Рамаҙан» мәсетенең имам-хатибы була. Һуңынан Өфө ҡалаһының 8 Март ҡасабаһында «Фәтхислам» мәсетен төҙөй, уның имам-хатибы була. «Таймаҫ-Престиж» компанияһының директоры. Рәсәй Федерацияһы Мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенең етәксеһе була. Грэпплинг буйынса Башҡортостан чемпионы 2016 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетының башҡорт-ғәрәп бүлеген тамамлаған. Апреленән Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыһы. Күптән түгел Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумының Өфөлә үткән сираттағы ултырышында Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә күпселек тауыш менән республика мосолмандары Диниә назараты рәйесе вазифаһына кандидатлыҡҡа тәҡдим ителгәйне.