Хәҙерге ваҡытта сибәр булыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай - матурлыҡ салонына бараһың да “бит яһатып” ҡайтаһың. Әммә шулай ҙа тәбиғәт тарафынан бирелгән үҙ матурлығыңды һаҡлай белһәң, отошлораҡ инде. Ә уның өсөн ни бары иренмәҫкә һәм битеңә балсыҡ һыларға ғына кәрәк!
Битлектәр өсөн балсыҡты тик дарыухананан ғына һатып алығыҙ. Улар ҡиммәт түгел, ә файҙаһы бар. Ниндәйен алырға тигәндә, уларҙы тән тиреһенең майлы йәки ҡоро булыуын иҫәпкә алып һайларға кәрәк.
Ак төҫтәге балсыҡ ғәҙәттә майлы тире өсөн файҙалы. Ул бит тиреһен артыҡ майҙан таҙарта, битте шымарта, елдә ҡарайған йөҙҙө ағарта. Аҡбалсыҡ - бик яҡшы антисептик.
Зәңгәр балсыҡ бетсәләр менән көрәшеү өсөн яҡшы сара. Битте таҙартыу һәм тирене матурлау үҙенсәлегенә эйә. Күҙ һәм ауыз тирәһендәге йыйырсыҡтарҙы тигеҙләй. Бигерәк тә майлы тире өсөн файҙалы.
Йәшел балсыҡты айырыусаа яратып ҡулланалар. Аҡ һәм зәңгәр балсыҡ кеүек, ул да тирене майҙан таҙарта һәм бит тиреһендә ҡан йөрөшөн яҡшырта. Бит тиреһендәге ваҡ тишектәрҙе тарттырып томалай һәм йөҙҙө йәшәртеп, матурлап ебәрә.
Ҡыҙыл балсыҡ аллергия менән интегеүселәр өсөн файҙалы. Магазиндарҙан алынған кремдарҙа ҡушылмалар ифрат күп булыу сәбәпле, уларҙы ҡулланғас, бит елһенә, ҡыҙарып китә ҡайһы саҡ. Быларҙы ҡыҙыл балсыҡ ярҙамында дауалап була. Бит тиреһе кислородҡа байый һәм ҡан йөрөшө нормалләшә. Ҡыҙыл балсыҡты бер һөртөп ҡараһағыҙ, унан башҡаса айырыла алмаҫһығыҙ. Ҡоро һәм нескә бит тиреһе бындай масканы бик ярата.
Алһыу төҫтәге балсыҡ ярҙамында ваҡ йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға була. Битлекте аҡ һәм ҡыҙыл балсыкты ҡушып яһарға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙҙең тире ҡоро икән, алһыу балсыҡҡа йомортҡа һарыһы йәки ҡаймаҡ ҡушырға була. Әгәр ҙә майлы тире өсөн яһайһығыҙ икән, кефир йәки йомортҡа ағы ҡушырға кәрәк.
Һары балсыҡ майлы тире өсөн яҡшы. Бетсәләрҙе бөтөрә, биттең төҫөн яҡшырта.
Ҡара балсыҡ тирене таҙарта, туҡландыра, шымарта. Даими ҡулланғанда, ҡара балсыҡ ярҙамында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп була. Йөҙөгөҙ һәр ваҡыт таҙа, матур һәм һау-сәләмәт булып балҡып торор.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ниндәй генә битлек яһаһағыҙ ҙа, уны 10 минуттан да артыҡ тотмағыҙ һәм һуңынан битегеҙҙе йылымыс һыу менән йыуып ҡуйығыҙ.