Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 22:35

Шүлгәнташҡа исем бирелерме?

Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы "Шүлгәнташ" ҡурсаулығына ғалим Александр Рюмин исемен биреү буйынса фекер алышыу ойошторҙо.

Һөйләшеү онлайн ойошторолдо. Уның эшендә мәмерйәгә Александр Рюмин исемен биреү башланғысы менән сыҡҡан ҡурсаулыҡ директоры Николай Косарев, билдәле ғалимдар, эксперттар ҡатнашты. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры Айбулат Псәнчин әйтеүенсә, әлеге осраҡта халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт барып етмәгән. «Уның исемен мәмерйәгә биреү хаҡында һүҙ бармай, ә ҡурсаулыҡҡа», – тине Айбулат Вәли улы. Рюмин Шүлгәнташты донъяға танытыу, уны тикшереү буйынса күп көс һалған, ғалимдың исеме мотлаҡ мәңгеләштереләргә тейеш, әммә йәмәғәтселектең фекерен дә белеү мөһим, тип белдерҙе Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Күсемһеҙ милек ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин төплө фекерен еткерҙе: «Беренсенән, Шүлгәнташҡа был исем башҡорт халҡы тарафынан меңәр йыл элек бирелгән. «Урал батыр» эпосы ла ошо хаҡта һөйләй. Мәмерйә ошо исем аҫтында ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы мираҫы исемлегенә тәҡдим ителде һәм донъя кимәлендә танылыу яуланы. Барлыҡ күренекле ғалимдар мәмерйәләге барлыҡ һүрәттәрҙе ошо исем аша беләләр. Икенсенән, ЮНЕСКО ҡағиҙәһенә ярашлы, урындағы халыҡ биргән тарихи исем һаҡланырға тейеш. Шуға күрә уны бер кем дә үҙгәртә алмай. Ә ҡурсаулыҡҡа исем биреүгә килгәндә, улар халыҡтың фекерен күҙ уңында тоторға тейеш тип уйлайым».

«Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, танылған шағирә Лариса Абдуллина ғалимдың исемен мәңгеләштереү буйынса башҡа мөмкинлектәр эҙләргә тәҡдим итте. «Бөрйән районында таҡтаташ асырға йә мәмерйәнең берәй залына Рюмин исеме бирергә мөмкин, әммә Шүлгәнташҡа түгел. Был исемдең тарихы бик борондан килә һәм ул һаҡланырға, киләсәк быуындарға еткерелергә тейеш. Халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һалһағыҙ ине», – тип белдерҙе Лариса Хашим ҡыҙы.

Шундай уҡ фекерҙе режиссер Булат Йосопов еткерҙе: «Кеше ҡулы менән яһалған берәй нимәгә исем бирергә мөмкиндер, мәҫәлән, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы. Ә Шүлгәнташ быуаттарҙан килгән исем бит. Мин быға ҡаршымын».

Ошо арала интернет селтәрҙәрендә https://vk.com/public140304465 һылтанмаһы буйынса тауыш биреү була. Был мәсьәләне 22 февралгә тиклем хәл итеү планлаштырыла.

"Йәшлек" гәзитенән.

Фото Википедиянан.

Читайте нас: