Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 10:30
Сират булмаһын өсөн
Дауаханаларҙа урынлаштырылған терминалдар һәм дисплейҙар пациенттар өсөн ифрат уңайлы. Улар теге йәки был медицина хеҙмәте алыу өсөн граждандарҙы теркәүҙе лә еңеләйтә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Дауаханаларҙа урынлаштырылған терминалдар һәм дисплейҙар пациенттар өсөн ифрат уңайлы. Улар теге йәки был медицина хеҙмәте алыу өсөн граждандарҙы теркәүҙе лә еңеләйтә.
Иҫләйһегеҙҙер, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикалағы медицина учреждениеларына терминалдар һәм дисплейҙар килтерелә. Тимәк, был ҡорамалдар пациенттарҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Өҫтәүенә, улар “Һанлы иҡтисад” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Ә улар Башҡортостанда берҙәм һанлы контурҙы барлыҡҡа килтереү һәм идара итеү процесын оптимилләштреү өсөн мөһим. Шулай итеп, республикалағы медицина мәғлүмәт-аналитик системаһы пациенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ваҡытты ҡыҫҡартасаҡ. Был иһә медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәренә мөрәжәғәт итеп килгән граждандарҙы теркәүҙе лә еңеләйтә.
Әйткәндәй, табипҡа
doctor.bashkortostan.ru
порталы йәки дәүләт хеҙмәттәре, “Табипҡа” ҡушымтаһы аша яҙылырға мөмкин. Бынан тыш, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнештәр үҙәге – 13-01 һәм 88003471301 – телефондары аша яҙылырға мөмкин.
"Башҡортостан" гәзитенән
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Sirattar-i-buldirmau-s-n-k-r-k-655707/
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы