Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 17:50

Аҡ ерлектә ҡара эҙҙәр...

Тыштағы күңелһеҙ көҙгө көйҙө тыңлап, оҙаҡ ятты Гөләйфә. Көнө буйына шыптырлап ямғыр яуып торҙо ла, төнгә ҡарай ҡайһылайтып дауыл сығарып тора. Яратмай ошо мәлде ҡатын. Ни көҙ түгел, ни ҡыш түгел. Көн һыуыҡ, тик ҡары юҡ. Етмәһә, ҡайһылайтып һыуыҡ ямғыр болото ҡаплап алған. Илаҡ бала һымаҡ, шемәреп илай ҙа илай. Исмаһам, иртәрәк булһа ла ҡар ятһа был тиклем үк күңелһеҙ булмаҫ ине..

Зилә ӘМИНЕВА
Аҡ ерлектә ҡара эҙҙәр...
(хикәйә)
Асырғанып геүелдәгән әсе көҙгө ел, һалҡын тыны менән ҡармап алырға теләгәндәй, әле был, әле теге йорт ҡыйығын ялмай, ҡалай япмаларҙы асыулы ҡалтырата. Ауыр болоттар ҡаплаған күк йөҙө ҡара шаршау япҡандай дөм - ҡараңғы. Унда -бында ғына айҙың һүрән уты ашығып күк йөҙөн гиҙгән болоттар араһынан күренеп ҡала, күренеп ҡала ла йәнә кире юғала. Ғәрәсәт менән генә һынамайым әле тигән һымаҡ, эре - эре ямғыр тамсылары былай ҙа күшеккән ер йөҙөн ялай...
Тыштағы күңелһеҙ көҙгө көйҙө тыңлап, оҙаҡ ятты Гөләйфә. Көнө буйына шыптырлап ямғыр яуып торҙо ла, төнгә ҡарай ҡайһылайтып дауыл сығарып тора. Яратмай ошо мәлде ҡатын. Ни көҙ түгел, ни ҡыш түгел. Көн һыуыҡ, тик ҡары юҡ. Етмәһә, ҡайһылайтып һыуыҡ ямғыр болото ҡаплап алған. Илаҡ бала һымаҡ, шемәреп илай ҙа илай. Исмаһам, иртәрәк булһа ла ҡар ятһа был тиклем үк күңелһеҙ булмаҫ ине..
Сырмалған сәйлән кеүек уйҙарына юл һалырға теләгәндәй, Гөләйфә тороп тәҙрә шаршауының ситен ҡайырып, бисмиллаһын әйтеп тышҡа баҡты. Ҡап - ҡараңғы. Урам бағаналарынан төшкән һүрән ут, ҡараңғылыҡты еңергә теләгәндәй, көсһөҙ генә нурҙарын һибә. Юҡ, тымырға ла уйламай был дауыл. Өй бүрәнәләре шылып киткәндәй була хатта көслөрәк ел иҫһә. Эй аллам, ҡазаларҙан үҙең арала инде, тип белгән генә доғаларын уҡып, тәҙрә шаршауын япты ҡатын. "Әсәй, йоҡлап киткәнсе эргәмдә ят әле", тип иркәләнгән ҡыҙсығы бот - сат булып күптән әүен баҙарын гиҙә. Бәләкәй сағынан шулай булды ҡыҙы. Мотлаҡ янында ятып, ебәктәй сәстәренән иркәләтеп, супылдатып үпмәйенсә һис йоҡлар тимә. Әле һаман, инде үҫмерлек осорона сыҡҡан еткән ҡыҙ булһа ла әсәһен еҫкәмәһә танһығы булмай.
Гөләйфә, аяҡ осона ғына баҫып зал яғына үтте. Ире телевизор тоҡандырып ҡарап ята ине, йоҡлап та киткән ахыры, ауыр итеп һулыш алғаны ишетелә. Йоҡлаған шул, ниңә йоҡо бүлмәһенә сығып ятмаҫҡа инде? Ҡаршы бүлмәлә лә ут һүнгән - улының, Азатының бүлмәһе ул. Бөгөнгө төнөнөң йәнә яңғыҙ мендәр ҡосаҡлап үткәреренә инанған ҡатын, телевизорҙы, залдың утын һүндерҙе лә ауыр көрһөнөп аш бүлмәһе яғына үтте. Күҙендә йоҡоноң әҫәре лә юҡ. Бәләкәй радиоалғысты тоҡандырып, өҫтәл артында бер аҙ йыр тыңлап ултырҙы. Ярай ҙа иртәгә ял көнө, эшкә бараһы түгел. Унан тороп, кистән ҡалған бер нисә һауыт - һабаны йыуҙы, өҫтәлен һөртөп алды. Аҙаҡ эске аңы биргән "ятырға кәрәк!" тигән бойороҡҡа баш һалып, теләмәһә лә йоҡо бүлмәһенә табан атланы.
Заманса итеп йыһазландырылған ике кешелек ҙур йоҡо бүлмәһе. Хәйер, исеме генә ике кешелек. Был түшәктәрҙең ҡасан йылынғаны булды икән, һирәк, бик һирәк. Был мендәрҙәрҙең күпме күҙ йәше һеңдергәнен тик улар ғына белә кеүек. Ире һыуынды шул һуңғы арала уға. Йә телевизор ҡарайым тип залда ҡуна, йә бөтөнләй арығанға һылтанып арҡа бороп ята. Ҡасан һуңғы тапҡыр иркәләп ҡосаҡланы икән һуң, хатта иҫләмәйҙә. Тәүҙә, балалар ҙа ир етеп бара, үҙебеҙ ҙә олоғая башланыҡ, йәш кейәү кәләштәй ҡосаҡлашып ятыр мәл үткән, тип үҙен йыуатһа ла, наҙға, һөйөүгә сарсаған күңеле һыуға тилмергән сәскәләй һулыны, әрнеп һулҡылданы... Бар күңелен эшенә (ауыл мәҙәниәт үҙәге китапханаһында эшләй ул), балаларына йүнәлтеп һағышын баҫты, тормоштан йәм - ҡот табырға тырышты. Бәй, шулай булмай ҙа?! Анауындай хан һарайындай оло йорто, инде ир еткән бынамын тигән ул-ҡыҙы, яратҡан эше, ашарына ашы, ире бар, тағы нимә кәрәк бәхет өсөн? Көн дә иртән эшенә ашыға, йорт-ҡураһын тәртипкә килтерә, аш-һыуын бешереп ирен, балаларын ҡаршылай, оҙата... Бик моңһоуланған ваҡытында, эээй, беҙ ме инде ир юхалап, баш-күҙҙе уйнаҡлатып йөрөр ҡатындар, башҡорт бисәләренә хас булмаған ғәҙәт, тип үҙ-үҙен йыуатты. Ире лә әллә ни иғтибар итмәне һымаҡ ҡатынының халәтенә. Йәш сағынан шулай йомоҡ, серле булды, инде ҡырҡты аша атлап, иллегә табан түпәләгәндә мәрйә бисәләре һымаҡ сутылдап, яйы сыҡҡан һайын супылдап үбеп йөрөмәҫ инде. Ләкин тәбиғәт ҡанунына (әллә, киреһенсә, әҙәми зат законына микән?) ҡаршы тороп буламы ни, өйҙә күрмәгән тән йылыһын ир кеше ситтә тапты, тапты ла шулай тейеш итеп ҡабул итте. Гөләйфә генә һиҙмәне быны. Айына бер-ике район үҙәгенә "документ эше" менән сыҡҡан хәләле тик уны ғына ярата, унан башҡа бер кеме лә юҡ тип мейеһенә һеңдерҙе ул...

Ҡатын, ауыр көрһөнөп, стенаның яртыһын тиерлек алып торған көҙгө алдына килеп баҫты. Унан уға эре сәскәле йомшаҡ халат кейгән, сәстәрен яурынына тиклем киҫтергән моңһоу ҡарашлы ханым баҡты. Әллә ҡартайып та барам инде? Юҡтыр ҙа. Ана бит, әле булһа ҡара ҡаштар ҡыйғасланып тора, күҙҙәре лә нур ташламаған кеүек. Уң яҡ сикәһендә күренер күренмәҫ миң йөҙөнә нур өҫтәгән кеүек тойола. Һырҙары ла юҡ әле уның. Ҡыҫҡаһы, бынамын тигән ҡатын! Үҙ уйынан үҙе көлөмһөрәп ҡуйҙы ул. Тор инде бына үҙ-үҙеңде маҡтап, хыялый..
Халат төймәләрен ысҡындырып, төнгө йоҡо күлдәген алырға тип шкаф ишеген асҡайны, өҫкө кәштәнән шап итеп бер төргәк килеп төштө. Нимә был? Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, ашығып төргәкте сисә башланы ул. Иҫке гәзиткә ҡат-ҡат төрөлөп, тышынан бау менән бәйләнгән әйберҙе ысҡындырып ҡулына тотҡас, бөтөнләй телһеҙ ҡалды...
Төргәк эсенән Гөләйфәнең йәшлек осоро серҙәрен, күҙ нурҙары, күҙ йәштәре эҙҙәрен һаҡлаған көндәлек килеп сыҡты. Тап әлеге күк тышлы ҡалын дәфтәр. Күпме эҙләгәйне уны ҡатын, күпме эҙләгәйне! Эҙләмәгән ер, ҡарамаған урын ҡалмаған һымаҡ ине, ә ул бында ятҡан, имеш... Үҙ ҡулдары менән гәзиткә төргән көйө имен ятҡан, ғәжәп. Тик нисек ул был кәштәгә килеп эләкте икән һуң? Уйлап уйлап та уйына яуап таба алмағас, "моғайын да, ҡыҙым табып алғандыр, көндөҙ гәзит-журналдарҙан материал эҙләйем, дәрескә кәрәк тип соҡона ине ошо тирәлә " тип үҙен йыуатты. Сәйер, улай тиһәң был кәштәләр күпме аҡтарылып, күпме рәтләнеп ятты, бер килеп сыҡмауы бит әле...
Тышта ямғырлы ғәрәсәт тағы ла көсәйгән һымаҡ булды. Тик Гөләйфәнең быға иҫе лә китмәне. Ул күптән инде күк тышлы дәфтәре менән йәшлек эҙҙәрен байҡай ине. Дәфтәрҙең һәр бер битен ҡәҙерләп асып, тигеҙ хәрефтәр менән теҙеп яҙылған юлдарҙан күҙен дә алмай уҡырға кереште ул. Уҡыған һайын һәр бер ваҡиға күҙ алдынан үткәндәй тойолдо. Бит алмаларынан тәгәрәгән күҙ йәштәренә ирек биреп ултырҙы ла ултырҙы ул...

"14 сентябрь. 19.. йыл.
Бөгөн 3-сө дәресебеҙ булманы. Ҡыҙҙар менән бергәләп сығып ҡала буйлап йөрөп килдек. Иҫтәлеккә фотолар төштөк, ҡартайғас көлөшөп ҡарап ултырырбыҙ әле. Көн йылы, йәй көнө һымаҡ. Көҙ айы булһа ла ағастар ҙа әллә ни һарғаймаған...

22 сентябрь.
Аҙна матур башланды. Төркөмөбөҙ менән музейға экскурсия яһаныҡ. Боронғо экспонаттарҙы күреп иҫем китеп йөрөнөм. Йөҙәр йылдар үткәс беҙҙең турала ла тик музейҙарҙа ғына иҫләрҙәр микән?

2 октябрь.
Бөгөн ял. Бүлмәләге ҡыҙҙар менән рәхәтләнеп ял итеп ятабыҙ. Иртәгә байрам түгел, дәрескә әҙерләнәһе бар.

20 октябрь.
Ауылға ҡайтып килдек. Сумкалар тулған ауыл күстәнәстәре менән. Вәт хөрриәт!

15 ноябрь.
Әхирәтем тыуған көнөнә саҡырҙы. Бик оҡшаны, рәхмәт инде уға. Күңелдәр күтәрелеп китте. Уҡыуҙан бер аҙ ял итеп алғандай булдыҡ.

16 ноябрь.
Кисәге тыуған көн табынында мине бер егет оҡшатҡан. Әхирәтем шулай ти. Уның егете менән әлеге егет дуҫтар икән. Минең менән тағы ла осрашырға теләүен белдергән. Аптырап киттем. Ярай, ятырға кәрәк иртәгә уҡыуға. Берәй ваҡыт булһа тағы килермен әле һиңә, көндәлегем...

15 декабрь.
Уф, сессиялар яҡынлаша...

18 декабрь.
Азат менән бөгөн киноға барҙыҡ. Эй, бигерәк мәрәкә егет инде! Ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп, эс ҡатҡансы көлдөк. Эй, һин белмәйһең бит әле Азаттың кем икәнен. Теге мәл тыуған көн табынында бер егет минең менән танышырға теләгән тип яҙғайным бит. Шул. Осраштыҡ! Бик оҡшаны! Эй Хоҙайым, ошо микән миңә тигән өлөш?!

25 ғинуар.
Аллаға шөкөр, экзамендарҙы яҡшы ғына яптым. Алда курс эше тора.

3 февраль.
Минән дә бәхетле кеше юҡ! Әсәйем, яҡындарым, дуҫтарым, һөйгәнем бар!!

3 март.
Әсәйем ауырыҡһынып тора икән. Хаты килеп төштө. Үҙемә урын таба алмайым, имен генә булһын инде.

7 март.
Алда байрам! Ауылға ҡайтырға йыйынып йөрөйөм. Азат тере сәскәләрҙән гөлләмә бүләк итте.

13 май.
Май байрамдары ла артта ҡалды. Алда сессия. Азат ауылда. Күптән күрешкәнебеҙ юҡ. Аңламайым мин уны - яратамы мине әллә юҡмы? "

Ошо урында уҡыуынан туҡтап, ҡатын аяҡ үрә баҫты. Тәҙрә янына килеп, селтәр аша ҡараңғы күккә баҡты. Эйе, булғайны шул йәшлегендә шундай егет. Йөҙөнән бер ҙә йылмайыу китмәгән, асыҡ холоҡло егет. Зәңгәр күҙле тәбәнәгерәк буйлы Азат. Гөләйфәнең төн йоҡоларын урлаусы ла ул булды. Эх, ғүмеренең иң сағыу, иң йәйғорло мәле! Һирәк күрешәләр ине, сөнки Азаты уҡыуҙан тыш эшләп тә йөрөнө. Һирәк күрешһәләр ҙә бик танһыҡ ине осрашыуҙары. Ҡала буйлап етәкләшеп йөрөүҙәре, йә берәй киноға, тамашаға барыуҙары әлегеләй күҙ алдында. Бер аҙ йомоғораҡ, уйсаныраҡ холоҡло ҡыҙ шаян-шаталаҡҡа әйләнде. Бәхетле ине шул. Их, белһә ине шул ваҡытта ул егеттең ниндәй уй менән уның янына килеүен, белмәне шул, һиҙмәне лә!
Һул яҡ күкрәгенең ҡыҫып ҡыҫып сәнсеүенә сыҙамай, кире йомшаҡ түшәгенә килеп ултырҙы Гөләйфә. Ҡулына йәнә теге дәфтәр килеп ҡағылғас, тертләп киткәндәй булды. Уҡырғамы артабан? Утҡа ҡағылғандай тойолдо ҡулдары. Бешерә шул, бер ғәйепһеҙ ҡыҙ бала йәштәре һеңгән ҡағыҙ биттәре бешерә! Әсеттереп һыҙлаған күкрәген ыуа-ыуа ҡатын дәфтәрҙең һуңғы биттәрен асты...
"12 май 19.. йыл.
Биш йыл ғүмер үтеп тә китте. Тиҙҙән, тиҙҙән дипломдарҙы ҡулға алабыҙ! Урра!!

18 май.
Ауырып ятам. Һыуыҡ тигеҙгәнмен. Тиҙерәк һауығыр кәрәк инде, алда мәшәҡәтле эштәр тора, дәрес ҡалдырыу ярамаҫ. Азаттан хәбәр-хәтер юҡ әле. Һуңғы арала әллә ниндәйгә әйләнде ул. Йомоғораҡ булып киттеме ул, аңламайым...

1 июнь.
Сығарылыш кисәһенә күлдәк һатып алдым. Эй матурлығыы! Аҡ ерлеккә ҡара биҙәктәр төшөрөлгән ебәк күлдәк! Үҙемә бик оҡшаны!

23 июнь.
Урра, дипломдар ҡулда! Минеке ҡыҙыл төҫтә! Рәхмәт уҡытыусыларыма! Әле тантана дауам итә, байрам кисәһенә барабыҙ хәҙер.

Р.S. Бик күңелле байрам булды! Йырлаштыҡ та, бейенек тә, күңел астыҡ рәхәтләнеп! Их, тирә-яҡҡа таралышып бөтһәк һағынышырбыҙ инде ,курсташтар!
Азат менән оҙаҡ ҡына ҡала урамын гиҙҙек. Үҙгәрҙе ул бөтөнләй, элекке шаян Азат түгел. Күҙгә ҡарап тора ла ниҙер әйтергә теләгән кеүек, тағы өндәшмәй. Өҫтөмдәге күлдәкте лә үҙем әйтмәһәм күрмәҫ тә ине. "Матур, эйеме?" - тием. "Эйе" -тине. "Биҙәктәре бигерәк сәйер икән"- тине бер аҙ тора биргәс. " Ниңә?"- тип һорайым. "Әлләсе, бынау ҡара биҙәктәр кеше аяғы эҙе һымак күренәсе, әллә минең эҙҙәр микән? " - тип көлөп ебәрҙе. Һинең эҙҙәреңдер, моғайын да шулайҙыр тип килештем мин дә..."

Гөләйфә аҙаҡҡы юлдарҙы уҡығас түгелеп илап ебәрҙе. Ғүмерлек үкенесе булыпмы, әллә ошо йылдар эсендә беренсе һәм һуңғы мөхәббәтен һаҡлай ала алмауы бәғерен телдеме, әсе күҙ йәштәре юлаҡ-юлаҡ булып аҡтылар ҙа аҡтылар. Азатының ул ваҡытта әйткән һүҙҙәре утлы уҡтай йәнә йөрәген яраланымы ни, күкрәге тағы сәнсеп сәнсеп ҡуйҙы...
- Азат, нимәлер йәшерәһең шикелле һиҙәм бит, йә, һөйлә инде.
- Ҡәҙерлем, һин мине бер ваҡытта ла ғәфү итмәҫһең, беләм. Шулай ҙа һаман булһа әйтмәй йөрөй алмайым мин. Йөрәкте өйкәй, ауыр!
Аптырауҙан ҙур булып асылған күҙҙәр бөтөнләй ҡатып ҡалды.
- Һинең менән осрашыуыбыҙ осраҡлы булманы. Теге мәл, тыуған көн кисәһендә бер нисә егет менән бәхәс ҡорғайныҡ. "Кемдә кем анау йомоҡ Гөләйфәне үҙенә ҡаратып, ғашиҡ итә ала, шуға бер йәшник йылтыр ҡуябыҙ!"- тине арала бер егет. Их, нишләп кенә шул бәхәстә ҡатнаштым инде! Осраҡлы ғына урамда осрашһаҡ мең артыҡ булыр ине...
- Нисек, Азат?! Тимәк, һин мине яратмағанһың, нисәмә йылдар буйына алдап йөрөгәнһең?.. Ҡотлайым, бәхәстә һин еңеүсе! Йылтырҙарыңды алһаң да була!
- Ғәфү ит мине, матурым, зинһар, ғәфү ит! Ә бит мин һине ысынлап яраттым, әле лә юғалтҡым килмәй! Әйтмәһәм дә булыр ине, тик улай дөрөҫ булмаҫ һымаҡ тойолдо!
Гөләйфә егеттең һүҙҙәрен ишетмәне лә. Йүгереп бүлмәһенә инеп, күлдәген атып бәргәнен генә иҫләй. Күҙҙең яуын алырлыҡ матур күлдәген киҫәктәргә бүлеп ташланы, кемдеңдер бысраҡ эҙен һаҡлаған күлдәк кейеп йөрөмәҫ инде. Бына ни өсөн минең эҙҙәр һымаҡ тигән икән Азат. Тапаның шул, бәғерһеҙ тапаның йөрәгемде..

Эшкә төшөп, хеҙмәт юлын башлағас, күңелһеҙ ваҡиғаны онотҡандай булды Гөләйфә. Тыйнаҡ холоҡло, эшкә әрһеҙ Әхәтте осратҡас, һис икеләнмәй кейәүгә сыҡты. Яратманы шулай ҙа ирен. Һалҡын булды. Икеһе лә тырыштар, тауҙай итеп өй һалып сыҡтылар. Көттөрөп кенә тәүге балалары - улдары тыуҙы. Оноттом тигән булаһың үткәнеңде, онотһаң улыңа уның исемен ҡушыр инеңме ни? Әрнеү, һағыш, әсе үкенес барыһы бергә ҡушылып йөрәгенә әллә ауырыу булып ятты, һуңғы арала уныһы сәнсеп-сәнсеп аласы.. Ҡыҙҙары тыуғас бар күңелен балаларына һалып, йөрәгендәге үкенесте тағатырға тырышты. Бер сеймәлгән төйөн тараламы һуң, юҡтыр. Азаттың һуң ғына өйләнеп йәшәп ятыуын ишеткәс, нисектер араны бәйләп торған ептәр өҙөлгән һымаҡ тойолдо уға...

Тын алыуы ауырлаша барғанын тойоп, халат төймәләрен ысҡындырҙы ҡатын. Тыштағы ғәрәсәтле ел, мине онотоп ҡуйма тигән һымаҡ, күңелһеҙ олоп баҡсалағы миләш ағасын эйелдерҙе, ботаҡтары менән тәҙрәгә һуғылды. Күкрәгенең әрнеп ҡыҫыуына түҙә алмай, ҡатын күк тышлы дәфтәрҙән дауа алырға теләгәндәй һул яҡ түшенә терәп, бөгәрләнеп түшәгенә ятты..

***
Ҡатынының хәлһеҙ ыңғырашыуына уянып китте Әхәт. Йоҡо бүлмәһендә бөгәрләнеп ятҡан хәләлен күреп эштең ниҙә икәнен тиҙ аңланы ир. "Тиҙ ярҙам " машинаһын саҡыртып, район үҙәк больницаһына оҙаттылар. Йоҡо бүлмәһенең иҙәнендә йоҡоһоҙ үткән төндөң шаһиты булып күк тышлы дәфтәр ятып ҡалды..
Эй, ғүмер тигәнең нисек кенә һынамай әҙәм балаһын! Ейер ризығы бөтмәгән тип тормай яҙмыш, аяуһыҙ айыра бит. Ҡотҡара алманылар Гөләйфәне. Бар туғандарын ҡара ҡайғыға һалып, тәбиғәт аҡлыҡҡа сумыр ваҡытта мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо ҡатын. Йөрәгенең сирле икәнен белә ине лә, бәлки һуңғы төндәге тулҡынланыу ҙа сәбәп булғандыр, кем белә...
Гөләйфәне ер ҡуйынына тапшырған көндә бар донъяны аҡлыҡҡа күмеп ябалаҡлап ҡар яуа ине. Бар тирә-яҡ тып тын. Кисәге ғәрәсәттең эҙе лә юҡ. Әйтерһең, бер ни булмаған, бер ни үҙгәрмәгән. Аҡлыҡҡа күмелгән ер өҫтөндә ҡара тупраҡ өйөмө, хәс тә йәш сағындағы ебәк күлдәге -аҡ ерлектә ҡара эҙҙәр. Ҡайғынан бөгөлөп төшкән туғандары, балалары, ире мәрхүмәне ер ҡуйынына тапшырып ҡайтыу яғына ҡуҙғалдылар. Бер туҡтауһыҙ яуған ҡар уларҙың да эҙен юйып аҡлыҡҡа әйләндергәйне. Тик... Зыярат ҡапҡаһын иң һуңғылар булып өҫтөнә оҙон ҡара плащ кейгән ят ир япты. Аҡ ерлектә ҡара эҙҙәр генә мәңге юйылмаҫ инде.
Фото: интернет селтәренән
Читайте нас: