Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 15:10

Һуғыш осоронда ауылдар

Һуғышҡа тиклемге дәүерҙәге күрше ауылдарҙың көн итмешен бәйән итергә булдым. Ҡайһы берәүҙәр юҡты яҙған, тип әйтеүҙәре лә ихтимал, әммә үҙем шаһит булараҡ, беҙ үҫкән төбәктә шулай ине.

Һуғышҡа тиклемге дәүерҙәге күрше ауылдарҙың көн итмешен бәйән итергә булдым. Ҡайһы берәүҙәр юҡты яҙған, тип әйтеүҙәре лә ихтимал, әммә үҙем шаһит булараҡ, беҙ үҫкән төбәктә шулай ине.
Ауылдың ике осо ла ситән менән кәртәләнгән, ингән-сыҡҡан кеше атын туҡтатып, ел ҡапҡаны асып, ябып ҡуйыр ине. Күпселек өйҙәр бер бүлмәле, түбәләре таҡта менән ябылған, өй алдында текмә юҡ, тәҙрәләр бер ҡат, ҡайһы бер өйҙә генә тәҙрә ҡапҡаслы, ҡыш көндәрендә төнөн ябып ҡуялар. Мал ҡуралары ла, ишек алдары ла ситәндән булды. Өйҙөң түрендә урындыҡ өҫтөнә балаҫ йәйелә, мөйөштә ҙур һандыҡҡа бөкләп юрған, кейеҙ-мендәрҙәрен өйөп ҡуялар. Ишек төбөндә балсыҡтан эшләнгән усаҡ, тимер мейес, хәллерәк кешеләрҙә кирбестән сығарылған “урыҫ” мейесе булды. Стена менән мейес араһында көпкә, ҡыш көнө һыйыр быҙауын, һарыҡ, кәзә бәрәстәрен ябыу өсөн. Мейес алдында һауыт-һаба ҡуйырға һике (таҡтанан эшләнгән) урын ала ине. Ул ваҡытта табаҡ, тәгәс, сеүәтә, ҡалаҡ, сүмес (ижау тип тә йөрөттөк) ағастан эшләнә ине.
Тәҙрәләрҙә пәрҙә булманы. Өйҙөң стеналарын, түшәмде йылына бер тапҡыр ҡырып йыуалар ине. Иҙәнде 10-15 көн һайын ҡырып йыуып торҙолар. Боронғо өйҙәрҙең иҙәндәре 50 мм ҡалынлыҡтағы таҡтанан түшәлә торғайны.
Еҙ самауыр, ҡомған, табаҡ етеш кешеләрҙә генә булды. Күпселек ғаиләләр сәйҙе ҡаҙанда ҡайнатып эсәләр ине. Ашъяулыҡ йәйелгән урындыҡта түңәрәк яһап ултырып ашаныҡ, икмәкте атай кеше телеп, өләшеп бирә.
Өйҙәрҙә төрлө паразиттар булды: тараҡан, ҡандала, көйә, кешеләрҙә - бет. Тараҡанды үлтереү өсөн ғаилә ҡыш ҡыш көнө ике-өс көн мейесенә яҡмай, күршеһендә йәшәп тора, алмашлап. Ҡандалаға, көйәгә ҡаршы әрем үләнен файҙаландыҡ.
БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүгә 10 йыл тулыу айҡанлы, 1929 йылда Ҡаҙаҡҡолда төҙөлгән дауаханаға кеше һирәк йөрөнө. Тиф, ҡыҙылса менән ауырығандар ғына дауаланалар ине. Халыҡ башлыса үҙе төрлө үләндәр менән дауаланды. Баш ауыртһа, “мейе төшкән” тип, ҡайһы яҡҡа икәнен белеү өсөн башты еп менән уратып бәйләйҙәр һәм маңлайҙың урта тапҡырынан епкә ҡором һөртөп, баштағы епте алып ҡарайҙар. Алға төшһә, салҡатан ятҡырып, ҡул йоҙроғон маңлайға ҡуя ла уң йоҙроҡ менән әкрен генә өс тапҡыр һуға. Артҡа төшһә, йөҙ түбән һалып, түпәгә һуға.
Күҙгә сүп инһә, ауыҙ ҡыуышлығын йыуа ла, телен күҙ ҡабағы аҫтына керетеп, ялап сығара, аҙағынан имсәк һөтөн һала. Тымау тейһә, аҫҡорһаҡ (чемерица) үләненең кипкән тамырын ваҡлап танауға һалдыҡ. Ауыҙ боҙолһа асыу таш менән дауаландылар. Өҫтә һанап киткән ауырыуҙар менән сирләүселәр минең Мәрфүғә инәйемә килә торғайнылар.
Аяҡ йәки ҡул тайһа, Батталдағы Кәримә әбейгә барҙыҡ. “Доктор Кәримә” тип йөрөттөләр уны. Ул шул тиклем оҫта ине, хатта сабыйҙар ҙа илап өлгөрмәй, тайған һөйәкте тиҙ арала урынына ултырта ла ҡуя ине. Кәримә әбей вафат булғас, улы Әнүәр Таһиров, үҙе тракторист булһа ла, халыҡты кире ҡаҡманы. Тайған урынды оҫта ултыртты, ҡулы йомшаҡ булды. Тештәрҙе ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ сәйнәп таҙарттыҡ. Һабын урынына ҡайнатылған көлдөң өҫтө - һелтә менән йыуындыҡ. Ҡыҙҙарҙың сәсен аҫҡорһаҡ һалып ҡайнатылған һыу менән йыуҙылар.
Ут тоҡандырыу мәшәҡәтле булды. Мейес янып бөткәс, “тере” күмер һүнмәһен өсөн, өйөп көл менән күмәләр, иртән шул күмер менән ут тоҡандырҙыҡ. Әгәр күмер һүнеп ҡуйһа, күршенән “тере” күмер ала инек. Тәмәке тартыусылар яҫы игәү йәки рашпилдән ҡырҡып алынған шырпы ҡабы ҙурлығындай тимер менән саҡматашҡа ишелгән мамыҡты ҡуша тотоп һуғып тәмәке тоҡандыралар ине. (Саҡматаш - ҡыҙыл төҫтә, йомшаҡ таш). Тимер киҫәген, саҡматашты һәм мамыҡты янсыҡҡа төрөп, кеҫәләрендә йөрөттөләр. Килгән кеше тиҙ генә сығырға йыйынһа: “Ултыра бир, ут алырға килдеңме әллә?” - тип әйтерҙәр ине. Шулай уҡ “Кәрәк таштың ауырлығы юҡ” тигән әйтем дә юҡтан бар булмағандыр.
Ул йылдарҙа ҡышын ҡаты һыуыҡтар, аҙнаға һуҙылған күҙ асҡыһыҙ бурандар була торғайны. Урамда, ҡапҡа алдында өй бейеклеге, атты күтәрерлек ҡаты көрт өйөмдәре барлыҡҡа килә. Көрттө киртләсләп, баҫҡыс яһап, өйгә инеп, сығып йөрөнөк. Эске яҡтан тәҙрә быялалары боҙ булып туңа, урамға ҡарар өсөн, боҙҙо өрөп иретәбеҙ. Төпкөл ауылдарҙы тоташтырған юлдар йәй арба, ҡыш ат санаһы киңлегендә генә була торғайны. Ҡышҡы буранлы төндә юлдағы кешеләр йыш аҙаша инеләр. Иҫемдә, Хөснөтдин ағайҙың инәһе Хәйерйә әбей Вятскиҙан ауылға ҡайтып етә алмай аҙашып, туңып үлде. Ә Вятск ауылы бер саҡрым алыҫлыҡта ғына ине. Өйҙәрҙә төтәнәк лампаның яҡтыһы туң тәҙрә аша күренмәй, ауылдың барлығын эт өргән тауыштан йә төтөн еҫенән генә белеп була ине.
Йәй көндәре ауылға “бизнәкәү”ҙәр килә торғайны. “Лудит!”, “Пыяла ясай!”, “Паять!” тип ҡысҡырып йөрөнөләр. Өй хужалары ярыҡ тәҙрәләренә быяла ҡуйҙыра, тишек биҙрәһен, ҡомғанын паять иттерә. Алама йыйыусыларға һөйәк тә тапшырҙыҡ. Беҙ, малайҙар, йүгерешеп йөрөп һөйәк йыйып бирәбеҙ ҙә төрлө төҫкә буялған уйынсыҡтар - һыҙғыртҡыс, туп, бәке, шарҙар алабыҙ.
Ауылдағы һәр ғаиләнең Белоретта “ызнакомдары” булды. “Белеш” тип тә йөрөттөләр уларҙы. Ит, май, картуф, мал һатырға барғанда атын ҡуйып, ызнакомдарына инеп тамаҡ ялғайҙар. Белоретта йәшәүселәр ҙә мал аҫранылар. Ҡар иреп бөткәс, арбаға һарыҡтарын тейәп, башмаҡтарын етәкләп, ауылдағы белешенә килтерә. Ҡар яуғанға тиклем алған кеше малдарын иртән көтөүгә ҡыуа, кис аҙбарына яба.
Белоретта мал баҙары булды. Май айында иртәнсәк Низам ағай улы Ғәбделәхәт - ала кәзәһен, инәй менән мин аҡ кәзәбеҙҙе етәкләп, йәйәү Белоретҡа кәзә һатырға барғаныбыҙҙы һаман онота алмайым. Һуғыш башланмағайны әле. Оло юлға барып еткәнсе кәзәләр бауҙан ысҡынырға маташтылар, уңға, һулға сығып ҡарыштылар. Өйҙә ике бәрәсе ҡалғанғамы, беҙҙең кәзә айырыуса ныҡ ҡарышты. Инәйем һөйрәтә, мин арттан сыбыҡ менән ҡыуам. Оҙонгүл ауылы тапҡырына еткәс, баҡырырға тотондолар, беҙҙе үсекләгән кеүек - береһе тымһа, икенсеһе башлай. Тартҡылашыуҙан туҡтауын туҡтанылар, ләкин урман ярып баҡырыуҙарын дауам иттеләр. Беҙ ҙә өйрәндек, әйҙә, баҡыра бирһендәр. Ташты Уралға еткәс, беҙҙең йәнгә тейер өсөнмө, кесе ярауға йыш туҡтарға тотондолар. 10 метр баралармы-юҡмы, алмаш-тилмәш туҡтайҙар бит, әй. Оҙон Уралға еткәс, туҡтап, кәзәләрҙе һауып, берәр сеүәтә һөттө бер һыныҡ көл күмәсенә ҡушып ашап алдыҡ. Уҡшыҡ йылғаһының күперенә етмәҫтән, йылға аша һалынған баҫманан тура сығырға булдыҡ. Кәзәләрҙе баҫманан сығарып булмағас, Низам ағай аяҡ кейемен сисеп, кисеүҙән берәмләп һөйрәтеп сығарҙы. Баҙарға барып еткәндә халыҡ таралған ине. Ғәбделәхәттәр Чалов тигән белештәренә киттеләр. Беҙ белешебеҙгә бармайынса Мроткино урамында йәшәгән Сәйәф ағайҙарҙа йоҡлап, иртәнсәк кәзәне баҙарға алып барып бағанға бәйләнек. Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа күп. Һирәк-һаяҡ кәзә янына килеп хаҡын, йәшен һорашып китәләр. Инәйем кәзәне маҡтай: “Молока много дает, каждый год два козленка тащит, ноябрь три коза будет!” Урыҫ кәзәнең йәшен һораған, күрәһең. Инәй: “Два, ищу пять месяц”, - ти. - “Если не веришь, тек мөгөҙ смотри”, - тип кәзә мөгөҙөндәге урауҙарҙы күрһәтә. Шулай, бер нисә тапҡыр һатыулашҡандан һуң, бер мәрйә алды. Мәрйә кәзәне етәкләп ҡуҙғалғайны, уныһы баҡырып ҡаршылашты ла ҡуйҙы, ҡәһәрең. Ахыры ҡыуышып, ҡапҡаһына тиклем алып барҙыҡ. Мәрйә ҡапҡаһын асты ла башындағы яулығын ергә түшәп, кәзәне индерҙе. Һуңынан беҙ миңә ыштан, һеңлеләргә күлдәк алыр өсөн әйбер һата торған баҙарға индек. Был баҙарҙа кеше бигерәк күп ине. Һәр кеше үҙенең иҫке, кейелгән, хатта ямалған салбарын, пинжәген, ҡатындар юбкаһын, ботинкиһын, итеген, сабатаһын, тупыйын тотоп йәки иңбашына һалып йөрөй.
- Һиңә салбар тегеп бирермен, - тип, инәй бер мәрйәнең юбкаһын, ҡыҙҙарға күлдәклек “эре тауар” алды. “Эре тауар” тигәне сталепроволочный канатный цехта етештерелгән тимер сымдарҙы урау өсөн тәғәйенләнгән туҡыма, тәҙрә селтәренә оҡшаш. Бәләкәй ҡыҙҙар шул туҡыманан тегелгән күлдәк кейҙеләр, тәндәре үтә күренеп торор ине.
Хәҙерге ваҡытта балалар ҙа, әсәйҙәр ҙә, өләсәйҙәр ҙә салбар кейәләр. Күлдәк онотола түгелме? Беҙ бәләкәй саҡта иһә ҡыҙҙар, ҡатындар төрлө төҫтәге таҫмалар тегелгән итәкле күлдәктәр кейеп йөрөнөләр. Итәкле күлдәк - ул ҡатын-ҡыҙҙың башҡортлоғон күрһәтеүсе, иҫбатлаусы әйбер, тип әйтер инем мин, бәлки, яңылышамдыр. Һеҙ ниндәй фекерҙә?
Йомадил ХӘЙРУЛЛИН,
Озерный ауылы.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: