Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
21 Ноябрь 2016, 12:45

Көнүҙәк торлаҡ мәсьәләһе

Йәшәү урыны - бәхетле ғаилә тормошоноң үтә мөһим бер шарты. Кеше торлағын ҡуртымға алып тороу аҡса йәһәтенән генә ауырға төшмәй, балалар менән фатирҙан фатирға күсеп йөрөү нервыларҙы ла ҡаҡшата. Советтар Союзы заманында бушлай торлаҡ алыуға өмөт итергә мөмкин булһа

бөгөн тик үҙ көсөңә генә ышанырға ҡала. Шулай ҙа, халыҡтың айырым бер категорияһы йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләттән ярҙам алыуға дәғүә итә ала. Бөгөн Рәсәйҙә, республикала ниндәй торлаҡ программалары эшләп килә, уларҙа кемдәр ҡатнаша ала, субсидиялар ниндәй шарттарҙа бирелә, сират ҙурмы - ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Алина Агишева менән әңгәмәләштек.
«Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү»
Ошолай атала 2011 йыл-да ҡабул ителгән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының яр-ҙам-сы программаһы. Халыҡ араһында ул йышыраҡ «Йәш ғаилә» исеме аҫтында ҡулланыла. Программа софинанслау принцибына ҡоролған. Уға ярашлы, район хакимиәтенең торлаҡ бүлегендә тор-лаҡ шарттарын яҡ-шыртыуға мохтаж тип танылған йәш ғаиләгә федераль, республика һәм урындағы бюджет иҫәбенә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләүҙәр бирелә. Программала тулы булмаған ғаиләләр ҙә ҡатнаша ала. Балаһы булмаған ғаиләгә дәүләт торлаҡ хаҡының - 30, бер йәки унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә, тулы булмаған ғаиләгә 35 процентын ҡаплай.
Программала ҡатнашыу өсөн түбәндәге талап-тарҙың үтәлеүе шарт: ир һәм ҡатындың йәше 35-тән артмаҫҡа, ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылырға, йәш парҙың дәүләт биргән субсидиянан тыш торлаҡ хаҡының ҡалған өлөшөн (70-65 процентын) түләй алырлыҡ килеме булырға тейеш.
«Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж» ста-тусы кемгә бирелә? Әгәр ҙә ғаилә йәшәп ятҡан йорт авария хәлендә булһа, прописка буйынса йәшәгән урында һәр кешегә 12 кв метрҙан аҙыраҡ торлаҡ майҙаны тура килһә, йәки ғаиләнең берәй ағзаһы йоғошло, ауыр сир менән ауырыһа ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип таныла.
30, 35 процент нимәнән сығып иҫәпләнә һуң? Норма буйынса һәр кешегә 18 кв метр торлаҡ тейеш. Мәҫәлән, өс кешенән торған ғаиләгә (атай, әсәй, бала) кәм тигәндә 54 кв метр торлаҡ майҙаны кәрәк булып сыға. Торлаҡтың кв метрының хаҡы бөгөн ҡала өсөн - 32 мең 300 һумдан, район өсөн 25 мең 600 һумдан иҫәпләнә. Тимәк, өйҙөң хаҡы 1 млн 744 мең һум самаһы була. «Йәш ғаилә» программаһы буйынса уның 35 процентын, йәғни 610 мең һумын дәүләт ҡаплай. Ә ҡалған 1 млн 133 мең һумды ғаилә үҙе түләй. Шуға күрә программаға баҫҡанда тотороҡло килем йәки башҡа аҡса сығанаҡтары булыуын раҫлау талап ителә лә инде.
2014 йылдан алып түләүҙәр, тәү сиратта, өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бирелә. Мәҫәлән, Вәли-уллиндар ғаиләһе сиратҡа Аллаяровтарҙан һуңыраҡ баҫҡан, ти, әммә ошо арала өсөнсө балалары донъяға килгән икән, улар Аллаяровтарҙы һәм башҡа балаһыҙ йәки ике балалы ғаиләләрҙе артта ҡалдырып, сираттың тәүге өлөшөнә күтәреләләр. Бөгөн торлаҡ бүлегендә «Йәш ғаилә» программаһы буйынса бөтәһе 970 кеше сиратта тора, уларҙың 54-е - күп балалы ғаиләләр.
Субсидияны ҡайҙа йү-нәлтергә мөмкин:
- өй йәки фатир һатып алыуға;
-шәхси йорт төҙөүгә;
-ипотека алғанда тәүге иғәнә итеп;
-булған торлаҡ кре-дитын ҡаплауға.
Алина Ниғмәтулла ҡыҙы билдәләүенсә, уның эш тәжрибәһендә программа буйынса алынған социаль түләүҙе шәхси йорт тө-ҙөүгә файҙаланыусылар булғаны юҡ, барыһы ла әҙер йорт йә фатир һатып алыуға йүнәлтә.
Программаға торғанда йыйылған документтар артабан йыл һайын яңыр-тылып тора. Әгәр талап ителгән шарттарҙың бе-рәйһе үтәлмәһә (мәҫәлән, килем сығанағы булмаһа), шул иҫәптән ғаилә баш-лыҡтарының береһенә 35 йәш тулһа, ғаилә прог-рамманан төшөп ҡала.
«2020 йылға тиклем
ауыл еренең
тотороҡло үҫеше»
Был федераль маҡсатлы программа ике йыл элек ғәмәлгә ингән, ауыл ерендә йәшәүселәр һәм эшләүселәр өсөн, шул иҫәптән йәш ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә тәғәйенләнгән. Торлаҡ хаҡы тулыһынса түгел, ә уның 70 проценты субсидия аша ҡаплана. Алдағы программалағы кеүек үк социаль түләүҙәр бушлай бирелә, дәүләткә уны кире ҡайтарыу талап ителмәй.
Программала ҡатнашыу өсөн төп шарттар: граждан ауыл ерендә йәшәргә, хеҙмәт килешеүе йәки шәхси эшҡыуарлыҡ алып барыу аша кәм тигәндә бер йыл ауыл ерендә эшләргә, тейешле органдарҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылырға һәм төҙөләсәк (һатып алынасаҡ) торлаҡ хаҡының ҡалған 30 процентын ҡап-ларлыҡ аҡсаһы (Әсәлек капиталын файҙаланырға мөмкин) булырға тейеш. Ауыл хужалығында эшләү-селәр һәм йәш белгестәр түләүҙәр менән тәү сиратта тәьмин ителә.
Һәр ғаиләлә 300-500 мең һум аҡса йыйылып ятмай. Әммә программа шуныһы менән уңайлы - башланған төҙөлөштө талап ителгән торлаҡ хаҡының 30 проценты итеп күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, йорттоң нигеҙе һалынған, бураһы бар икән, граждан ауыл Советынан, архитектура бүлегенән һәм башҡа урындарҙан төҙөлөштөң шунса кү-ләме атҡарылған тигән документтар тәьмин итеп субсидияға дәғүә итә ала.
«Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» прог-раммаһы менән сағыш-тырғанда был программа әҙерәк финанслана. Әммә ул шунан ғибәрәт - күбе-рәк кеше ҡатнашҡан һайын дәүләт тә аҡсаны күберәк бүлә. Программа буйынса торлаҡлы булған граждандарҙың 5 йыл ауыл ерендә эшләүе шарт.
Бөгөнгө көндә был прог-рамма буйынса ра-йонда 100 ауыл кешеһе сиратта тора. 2014 йылда - 14, 2015 йылда - 9, быйыл 12 кеше субсидия алыуға өлгәшкән.
«Өйкомплект»
«Өйкомплект» - респуб-лика программаһы, займ биреүгә ҡоролған. БР Торлаҡ төҙөү фонды йы-лына 5 процент иҫәбе менән 5 йылға 290 мең һумға тиклем аҡса тәҡдим итә. Бик уңайлы шарт, 30 мең һум самаһы ғына өҫтәмә түләүҙәр сыға (сағыштырыу өсөн - банктарҙа кредитты йылына кәм тигәндә 20 процент менән бирәләр).
Программа Урман хужалығы министрлығы менән берлектә тор-мошҡа ашырыла. Йәғни, Урман хужалығы 120 кубометр күләмендә ылыҫлы урмандан ағас бүлә. Дәүләт килешеү төҙөгән подрядсы ойошма заказсы теләгән ҙурлыҡта өйҙөң ағастан яһалырлыҡ (стена, өрлөк, түшәм һәм башҡаларҙы) бар өлөштәрен дә әҙерләй. Заказсы эш менән ҡәнәғәт булһа, алып ҡайтып өйҙө йә үҙе ҡора, йә подрядсы ойошманы яллай.
Займ алыу өсөн граждан торлаҡ шарттарын яҡ-шыртыуға мохтаж тип танылырға, мотлаҡ ер участкаһы, бурысты ҡай-тарырлыҡ килеме булыр-ға тейеш.
Һуңғы йылда был про-грамманы ла финанслау һүлпәнәйгән. Элегерәк 10-11 кеше өйкомплектлы булһа, быйыл 4 кеше генә ала аған.
«Эконом-класс өйҙәр»
Һуңғы йылдарҙа М. Горький урамында «Төҙө-лөштө үҫтереү фонды» комерциялы булмаған ойошма өс этажлы өс йорт һалды. Райондың торлаҡ бүлеге граждандарға унан фатир һатып алыуға ярҙам күрһәтә. Эконом-класс өйҙәрҙә торлаҡтың квадрат метрының хаҡы түбән һанала (32 мең 300 һум), ипотека дәүләт ярҙамы менән бирелә (йыллыҡ процент иҫәбе түбәнерәк). Фатир йәшәүгә тулыһынса әҙер килеш тапшырыла. Ғәҙәттә, бындай йорттарҙан дәүләт күп балалы ғаиләләрҙе, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итә. Әлеге мәлдә Ленин урамы, 52 адресы буйынса тағы бер эконом-класс йорт төҙөлә башлаған. Программала ҡатнашыр өсөн гражданға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылырға һәм, әлбиттә, банктан ипотека алырлыҡ һәм уны түләрлек килеме булырға тейеш.
«Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ»
Федераль программа. Һәр категория граждан-дары ҡатнаша ала, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған бу-лыу талап ителмәй.
Дәүләт төҙөүсе ойош-маны льготалы нигеҙҙә ер участкаһы, инженер инфраструктураһы менән тәьмин итә, ә төҙөүсе, үҙ сиратында, буласаҡ йорт фатирҙарының бер өлөшөн түбәнерәк хаҡҡа һатыу бурысын ала (кв метры 35 мең һумдан артмаҫҡа тейеш). Ипотека дәүләт ярҙамы менән бирелә.
Программа Учалыла тормошҡа ашырылмай, сөнки шарттарын ҡа-бул иткән төҙөүсе ком-паниялар юҡ. Әммә Алина Ниғмәтулла ҡыҙы белдереүенсә, програм-мала ҡатнашырға теләп ғариза яҙыусы район-даштарыбыҙ күп. Улар Өфөнән, Силәбенән, йәки был программа эшләгән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән фатир һатып алырға ниәтләй. Мәҫәлән, Өфөлә тор-лаҡтың кв метры 50-70 мең һумғаса барып еткәндә 35 мең һум - бик яҡшы тәҡдим, әлбиттә. Интернет селтәрендә программаның бар нескәлектәре тәфсир-ләп аңлатылған махсус сайт булдырылған (http://программа-жрс.рф/about/general_condition/). Бөгөндән уҡ унда инеп, теләгән төбәкте һайлап, төҙөлөп ятҡан эконом-класс йортта осһоҙораҡ хаҡтағы фатирға ғариза яҙып ҡалдырырға мөмкин.
Читайте нас: