Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
29 Ноябрь 2016, 12:43

Был донъяла ниҙәр бар?

Үҙебеҙҙе мосолман тип маһайыуыбыҙ торһон инде... «Айыҡ Рәсәй» проекты сиктәрендә Рәсәй субъекттары араһында эскеселек буйынса рейтинг төҙөлдө.

Иң аҙ эскәндәр - Чечня, Ингушетия, Дағстан. Алкоголик-төбәктәр - Магадан һәм Амур өлкәләре, Чукотка, Коми һәм Пермь крайҙары. Башҡортостан 21-се урында. Иң ғәрләндергәне - Татарстан ғына түгел, Ставрополь крайы, Ырымбур, Белгород өлкәләре кеүек мосолмандар аҙ иҫәпләнгән төбәктәр ҙә беҙҙе артта ҡалдырҙы. Рейтинг төҙөгәндә эсеп үлеүселәр, иҫәптә торған алкоголиктар, хәмер баҙары күләме (шул иҫәптән йәшерен сауҙа), иҫергән килеш ҡылынған енәйәттәр иғтибарға алына.
«Рәсәй почтаһы» генераль директоры Дмитрий Страшнов 2014 йыл өсөн 96 миллион һум премия алған булһа, былтырғы эшмәкәрлек өсөн йыллыҡ дәртләндереү түләүе башҡарылмай. РФ Элемтә министрлығында хеҙмәткәрҙәрен йәлләп киткәндәрҙер инде, әлегә тиклем айына 460 мең алған булһа, хәҙер 10 миллион һум түләнеүе көтөлә. Шулай инде, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып почтальондарҙы тауыҡ көлөрҙәй эш хаҡына йөрөтәләр, штат ҡыҫҡартыла, гәзит-журналдарҙы ташыу хаҡы туҡтауһыҙ күтәрелә, ә түрә-ҡара тураһында һүҙ сыҡһа, йәһәт табыла. 96 миллион алған йылда ойошма 4 миллиард һумға зыян килтерә, дәүләттән 5,4 млрд ярҙам ала, шуға ҡарамаҫтан, етәксе ошолай әҙәм ышанмаҫтай һимеҙ ҡалъя менән дәртләндерелә. Д. Страшнов аҡланған була - закон шулай ҡушҡас, мин ни эшләйем инде, йәнәһе лә...
Ғалимдар теүәл асыҡланы - эш хаҡтары түбәнерәк булған һайын ҡатын-ҡыҙ һөйкөмлөрәккә әйләнә. «Исмаһам, ошо рәүештә тынысландырырға һәм йыуатырға тырышаларҙыр инде», - тип кенә ҡул һелтәр инек, тикшереүҙе беҙҙең түгел, Израиль һәм Нидерланды ғалимдары үткәргән. Был ғилми фаразды ҡабул итһәк, ниңә дөйөм алғанда - башҡорт, айырып әйткәндә - Учалы ҡатын-ҡыҙҙары шул тиклем гүзәл икәнлекте аңларға мөмкиндер. Ә бына ир-атҡа тынысланырға кәрәкмәҫтер - һүҙ ғаилә килеме тураһында түгел, фәҡәт ҡатындарҙың үҙҙәренең эш хаҡтары тураһында ғына бара. Өҫтәүенә, Америка ғалимдары иҫәпләп сығарыуынса, етеш кешеләр ярлыларға ҡарағанда уртаса 10 йылға оҙағыраҡ йәшәй икән.
Украинаның Харьков өлкәһендә 52 йәшлек украин теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан мәктәп-интернат уҡытыусыһы ҡулға алынған. 13 йәшлек ҡыҙҙы 10 мең долларға һатып маташа! Улай ғына ла түгел, «Тән органдарын алырға иҫәп бар, һаулығы яҡшымы?» - тип ҡыҙыҡһынғастары, баш тартыу түгел, өҫтәмә хаҡ талап итеп, бахыр баланың медицина картаһын да тоттора. Килешелгән ваҡытҡа килешелгән урынға алдаштырып килтереп, ҡыҙсыҡты сит машинаға ултырта. Йә-шерен полиция хеҙмәткәре түгел, ысын золомсо булһа, эҙһеҙ юғалыр ине. Бындай бәндәләрҙе уҡытыусы түгел, кеше тип атауы ла ауыр! 15 йылға тиклем төрмәгә ултыртылыуы мөмкин.
Барыһы ла тиң, тип иҫәпләнһә лә, кешеләрҙе күптән сорттарға бүлеп бөткәндәр, буғай. Көнбайыш илдәрендә террорсылар бер-ике кеше үлтерһә, донъя киң мәғлүмәт саралары был хаҡта оҙаҡ һөйләй, сәйәсмәндәр белдереүҙәр яһарға керешә. Ә бына ошо көндәрҙә Ирандың Хилле ҡалаһында террорсы 100 тирәһе кешенең башына бер юлы етте - ғибәҙәт сәфәренә сыҡҡан мосафирҙар автобустарында тереләй яна. Яуаплылыҡты Рәсәйҙә тыйылған «Ислам дәүләте» ойошмаһы алды, йәнәһе лә, хаҡ диндән тайпылған шиит-мосолмандарҙан үс алалар. Был хаҡта, әлбиттә, яҙа-йоҙа ғына әйтелде. «Бойондороҡһоҙ» мәғлүмәт саралары иранлыларҙы яратмай бит.
Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып, Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.
Читайте нас: