Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, үҙәк ҡала дауаханаһының инфекциялар буйынса белгесе Наилә Фәхретдинова, табип-нарколог Шәүрә Юдина, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр менән эш алып барған башҡа учреждение вәкилдәре ҡатнашты.
Наилә Фәхретдинова ВИЧ-инфекциялы граж-дандарға диспансер күҙәтеү башҡарылыуы тураһында бәйән итте. Районда хәл контроль аҫтында, әммә мәгәр 2014 йылда 89 бәләгә тарыған кеше иҫәптә торһа, былтыр - 102, ә быйыл 109 кешегә еткән: 20 йәшкә тиклем - 5, 30 йәшкә тиклем - 33, 40 йәшкә тиклем - 52, 50 йәшкә тиклем - 16, 60 йәшкә тиклем 3 кеше.
Ә бит ни бары 2000 йылда берҙән-бер генә пациент теркәлгән була, тенденция көн кеүек асыҡ! Һәм был һандарҙың бөгөнгө реаль ысынбарлыҡты тулыһынса күрһәтмә-үе сер түгел. Быйыл, мәҫәлән, районда ни бары 4 618 граждан ВИЧ-инфекцияға тикшерел-гән, бар халыҡтың 6 процент тирәһе генә. Ҡалған 94 процент яҡташ-тарыбыҙҙың күпмеһенең ҡурҡыныс инфекция йөрөтөүҙәре - ҡараңғы урман. ВИЧ инфекци-яһы асыҡланғандарҙың бер өлөшөнөң ҡайҙа йәшәгәндәре лә теүәл генә билдәле түгел, хатта медицина тикшереүе үтеүҙән, бушлайға дарыу алыуҙан баш тарталар, ти! Ә бит заман медицинаһы ҡотҡара алмаһа ла, ин-фекциялы кешенең ғүме-рен апаруҡ оҙонайтырға һәләтле.
СПИД менән нар-команияны бер бөтөн тиерлек. Аңдарын тилер-теүселәр вирусты энә аша ла бер-береһенә йоҡтора, енси яҡтан тотанаҡһыҙға ла әйләнә торғандар бит. Шәүрә Юдинаның мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә 12 граждан наркоман булараҡ иҫәптә тора. 4-һе ҡатын-ҡыҙ, уртаса 20-35 йәштәге кешеләр, өсәүһендә ВИЧ асыҡланған. 9 кеше ҡулланыусы статусында теркәлгән. Был кон-тингент айырыуса йыш «яңырып» тора - үлемесле яман ғәҙәттән арынмай икән, наркомандар оҙаҡ йәшәмәй.
Профилактика эше тураһында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры Айгөл Ғи-мазитдинова, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты етәксе-һе Наил Нәбиуллин, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Әхмә-ҙиевтар фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Анкета үткәреүҙәр күрһәтә - мәғлүмәт күп булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең күбеһе СПИД тураһында конкрет бер ни белмәй икән, «...был миңә ҡағылмай!» - тип ҡыҙыҡһынып та тормайҙар.
Кәңәшмәлә ҡат-нашыусылар, сәләмәт йәшәйеш образын пропагандалау менән сикләнмәй, ВИЧ-инфекцияның фәҡәт үҙе, таралыу юлдары тураһында йәштәргә нығыраҡ төшөндөрөргә кәрәк, был эштә яңы, за-манса алымдар ҡулланыу зарур, тигән һығымтаға килделәр. «Милли һәм дини менталитетыбыҙ шул инде - был сетерекле темаға һөйләшеүҙән тартынабыҙ. Тик бына үлемесле бәләнән аралау тураһында һүҙ барғанда, уңайһыҙланыуҙарҙы сит-кә ҡуйып торорға кәрәк», - тип билдәләне Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.
Хаҡ һүҙҙәр! Был өндәүгә беҙ ҙә ҡушылып, асыҡ иҫкәртәйек: ВИЧ-ин-фекция төп өлөштә 3 юл менән тарала - сирле кеше менән енси бәйләнеш, наркомания һәм әсәнән бәпәйгә күсеү. Енси бәйләнеш ваҡытында һаҡланыу сараһы (һәр аптека һәм аҙыҡ-түлек ма-газиндарында һатылған осһоҙ ғына презерватив-тар) ҡулланыла икән, ВИЧ-инфекция йоғоу ҡур-ҡынысы байтаҡҡа кәмей. 100 процент гарантия бирә алмай, шулай ҙа, са-ғыштырғыһыҙ дәрәжәлә хәүефһеҙерәк.
Ҡәҙерле ата-әсәләр, олатай-оләсәйҙәр, ошо мәҡәләне балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ алдына уҡырға һалыр инегеҙ. Әлбиттә, иң ышаныслыһы - әҙәпле, тотанаҡлы булыу. Һеҙҙең бала-ейәндәрегеҙҙең тап шулай булыуына семтем дә шөбһә юҡ, әммә, йәш саҡ - йүләр саҡ, тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Ә был осраҡта бер генә яңылышлыҡтың да хаҡы үтә ҡиммәт - кеше ғүмере!