Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
19 Июнь 2018, 15:44

Илдең тулы хоҡуҡлы граждандары

13 июнь район хакимиәтендә ун дүрт йәше тулған 30 йәш учалыларға паспорт тапшырылды. Тантана Рәсәй көнөнә арналып үткәрелде. Был көн үҫмерҙәрҙең иҫендә мәңге һаҡланып ҡалыр, тип уйлайбыҙ. Йылдар үткән һайын Рәсәй көнөн билдәләгәндә, тап ошо мөһим ваҡиғаны ла хәтерҙәренә төшөрөп үтерҙәренә ышанам.

13 июнь район хакимиәтендә ун дүрт йәше тулған 30 йәш учалыларға паспорт тапшырылды. Тантана Рәсәй көнөнә арналып үткәрелде.

Был көн үҫмерҙәрҙең иҫендә мәңге һаҡланып ҡалыр, тип уйлайбыҙ. Йылдар үткән һайын Рәсәй көнөн билдәләгәндә, тап ошо мөһим ваҡиғаны ла хәтерҙәренә төшөрөп үтерҙәренә ышанам.

Кеше тормошонда мөһим ваҡиғалар бик күп, шулай ҙа паспорт алыу айырыуса иҫтә ҡала торған. Сөнки тап ошо мәлдән һин үҙеңде тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданины итеп хис итә башлайһың.

Ҡыҙ-малайҙарҙың шатлығын ата-әсәләре, өләсәләре лә уртаҡлашырға килгән. Сарала ҡатнашыусыларҙы Учалы эске эштәр бүлегенең миграция буйынса бүлексәһе начальнигы сәләмләне. Артабан үҫмерҙәргә Рәсәй һәм республика гимндары аҫтында ғүмерҙәрендәге беренсе мөһим документ - паспорт тапшырылды.

Улар араһында Уральск ҡасабаһынан игеҙәктәр Айгүзәл менән Наҙгөл Исҡужиналар ҙа бар. Ҡыҙҙар байрам тантанаһына яҡындары менән килгәндәр.

- Паспортты көн дә алмайҙар, был беҙҙең өсөн дә мөһим ваҡиға. Ҡыҙҙарыбыҙ күҙ алдында өлкәнәйеп, етдиләнеп киткәндәй булдылар, - тип һүҙгә ҡушылды аталары Азамат ағай.

- Бөгөн беҙ ҡулыбыҙға паспорт алып илебеҙҙең ысын гражданины булыуыбыҙҙы тағы бер ҡабат раҫланыҡ. Әлбиттә, тулҡынландырғыс мәл. Был көн йәш быуындың ололар тормошон башлауын, үҙаллығын аңлатҡан ваҡиға тиһәләр ҙә, беҙ әлегә ул тиклемен аңлап етеңкерәмәйбеҙ. Өйгә алып ҡайтып ҡәҙерләп һа-лып ҡуйырбыҙ инде, - тиҙәр игеҙәктәр бер һүҙҙән.

Ҡорама ауылынан Лариса Ирғәлина тантанаға әсәһе Рушания Әхмәт ҡыҙы менән килгән. Үҫмер ҡыҙ тулҡынланыуын йәшермәне. «Паспорт алдың, уға бәйле хоҡуҡтарыңды беләһеңме?» - тип һорағас яуырындарын ғына һелкеп ҡуйҙы.

- Хәҙер балалар тыуып та өлгөрмәй өлкәнәйә. Балалыҡтарын күрмәй ҙә ҡалалар. Паспорт алыу дөрөҫөндә үҙаллылыҡҡа юл аса. Ыңғай яҡтары, әлбиттә барҙыр, мәҫәлән, ҡылған ҡылмыштарың өсөн үҙең яуап биреү кеүек, әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар. Паспорт менән бер көнлөк «заемдарҙан» аҡса алыуҙары ихтимал. Рәсәй буйлап сәйәхәткә лә сығырға мөмкин, ата-әсәңдән башҡа сығып айырым йәшәү һәм башҡаһы. Минең фекеремсә, паспорт биреүҙе элеккесә ҡалдырһалар яҡшыраҡ булыр ине. Ата-әсәләрҙең дә күңеле тыныс. Был минең шәхсән фекерем, - ти Рушания ханым. Уҡытыусы ханым менән дә килешмәй булмай, сөнки хәҙерге йәштәрҙең тормошо уларға нығыраҡ таныш.

Ошо уҡ ауылдан Артур Фәйезовтың да тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Егет булараҡ һыр бирмәй.

- Минең өсөн был документ бик мөһим, үҙемде хатта бер башҡа үҫкәндәй тойҙом. Минең кеүек паспорт алыусыларҙың барыһын да тантаналы көн менән ҡотлайым, тырышып уҡыйыҡ, яҡындарыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйек, яуаплы булайыҡ.

Әйткәндәй, паспорт Рәсәй халыҡтарының шәхесен билдәләүсе төп документ булып тора. Ун дүрт йәше тулған Рәсәй граждандарының барыһы ла пас-портлы булырға тейеш. Шуны иҫтән сығармағыҙ.

Уның әлеге ғәмәлдә булыу ваҡыты - ун дүрт йәштән егерме йәшкә ҡәҙәр; егерме йәштән ҡырҡ биш йәшкә тиклем; ҡырҡ биш йәштән ғүмер аҙағынаса. Егерме һәм ҡырҡ биш йәшен тултырған граждандар (саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙән тыш) барыһы ла паспорттарын яңыға алмаштырырға тейеш. Ә хәрбиҙәргә ул хеҙмәт срогы тулғас ҡына бирелә.
Читайте нас: