Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
26 Июнь 2018, 12:40

Был донъяла ниҙәр бар?

Футбол буйынса донъя чемпионатына килеүсе көйәрмәндәр мавзолейға барып Лениндың кәүҙәһен күреү өсөн километр-километрлыҡ оҙонлоҡтағы сиратҡа теҙелә, ти. Рәсәй сит ил кешеләре өсөн һаман да СССР, социализм менән бер бөтөн булып күренә бит. Әйткәндәй, чемпионаты уҙғарыуға федераль бюджеттан - 336,2, регион ҡаҙналарынан -101,6 миллиард һум сарыф ителде, тип хәбәр ителә. Дөйөм сығымдар 683 миллирдҡа етә. Рәсәйҙәге һәр кешегә 4,5 мең һум самаһы тура килә тип яҡынса төҫмөрләнек.

Футбол буйынса донъя чемпионатына килеүсе көйәрмәндәр мавзолейға барып Ле-ниндың кәүҙәһен күреү өсөн километр-километрлыҡ оҙонлоҡтағы сиратҡа теҙелә, ти.

Рәсәй сит ил кешеләре өсөн һаман да СССР, социализм менән бер бөтөн булып күренә бит. Әйткәндәй, чемпионаты уҙғарыуға федераль бюджеттан - 336,2, регион ҡаҙналарынан -101,6 миллиард һум сарыф ителде, тип хәбәр ителә. Дөйөм сығымдар 683 миллирдҡа етә. Рәсәйҙәге һәр кешегә 4,5 мең һум самаһы тура килә тип яҡынса төҫмөрләнек.


Махсус указ менән Валентин Юмашев РФ Президенты кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Был әфәнде сереп байыған әҙәм булыуы менән генә түгел, Ельциндың кейәүе икәнлеге менән дә билдәле. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул 18 йыл рәттән кәңәшсе вазифаһында, тик был хаҡта киң йәмәғәтселеккә хәбәр ителмәгән. Күптәр Ельцинға ҡырҡа кире ҡарашта бит.


«Ас тамағым, тыныс ҡолағым», - тип шатланырға ғына кәрәктер буғай. Юғиһә илебеҙҙә-ге байтаҡ ваҡиғалар саманан тыш сәйер булып күренә. Бына, мәҫәлән, эшҡыуар Анджей Мальчевский банк ойоштора, эшмәкәрлеге яҡшы бара. Иҫәпһеҙ наградаларға лайыҡ бу-ла, шул иҫәптән А. Невский ордены, Рус пра-вославие сиркәүенең изге Трифон ордены, РФ Президентының рәсми Рәхмәт ҡағыҙы. Һуңынан 68 миллиард һум урлауҙа ғәйепләнде. 4 йылға иркенән мәхрүм ителде һәм 400 мең һум штраф һалынды (68 млрд уҙләштереүҙә ғәйепләнә!) Һәм ошо арала колонияла то-толғанда нишләптер үлеп ҡуйҙы...


Канада премьер-министры Джастин Трюдо әфәндегә ҡояш нурҙарынан һаҡлаған ҡара күҙлек бүләк иткән булалар. Ил етәксеһе был хаҡта декларацияла күрһәтергә онота. Һәм ошо «коррупция өсөн ошо көндәрҙә уға штраф һалынды. Канадала ниңә шулай мул, етеш йәшәйҙәр тип ғәжәпләнәһе түгел инде!


Төркмәнстан ауыр көндәр кисерә икән, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ, хатта, икмәк тә паспорт буйынса ғына һатыла, ти. Ҡайһы-бер төбәктәрҙә бер кешегә норма менән ҡараллған 3 килограмм он һатып алыу өсөн дә бер ай алдан сиратҡа яҙылырға кәрәк, тип хәбәр ителә. ... беҙҙең аграрийҙар игендәрен йүнле хаҡҡа тапшыра алманылар. Дәүләт сиктәре ҡағиҙәләре кәртә ҡуймаһа, моғайын да ике яҡ өсөн дә отошло берәй бартер ҡылып булыр ине!


Орел өлкәһендә «Юпитер» йәмғиәте тик-шерелә, малсылыҡ бинаһында байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡлана, 100 мең һум штраф һалына. Башҡа хилафлыҡтар ҙа барҙыр, әммә бер дәғүә бик тә нигеҙһеҙ булып күренде - мал-ҡайҙарҙы беҙҙең Кирәбелә етештерелгән дегет менән эшкәртеүҙе лә ғәйеп итеп ҡуялар. Йәнәһе лә, контрафакт препарат. Нисәмә быуат медицина һәм ветеринарияла уңышлы ҡулланылған дегеттең дегетенә лә хәҙер әллә ниндәй документтар юллау талап ителә икән. Сөскөргән, тын алған йә урамға сыҡҡан өсөн дә киләсәктә лицензия-сертификат һорай башлаһалар, бер ҙә ғәжәп булмаҫ...


Евросоюз һәм НАТО блогының штаб-квартиралары Бельгияның Брюсселендә урынлашҡан. Ҡалала аҡылға бер көйҙәр күп булыуы шуның менән дә аңлатыла микән? Башҡаса ни әйтәң инде - ошо көндәрҙә шыр яланғас, әммә велосипед атланған өс йөҙ тирәһе бәндә урамдар булап елерҙе. Йәнһе лә, мода менән реклама күп булыуға протест белдерәләр....


Мэриленд университеты (АҠШ) ғалимдары яңы технология булдыра: цементҡа кишер һәм башҡа йәшелсә сүстәре ҡушылһа, бетон нығыраҡ килеп сыға, ти. Үҙегеҙ һынап ҡарарға булып китмәгеҙ, сөнки үҫемлек сеймалы башта махсус рәүештә эшкәртелергә тейеш.

Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.


Читайте нас: