Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
29 Июнь 2018, 13:23

Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырҙай белгестәр эшләй үҙәктә

Нимә ул ғаилә? Ғаилә бөтә башланғыстарҙың нигеҙе,унда ғына һинең уңыштарың өсөн ысын күңелдән ҡыуаналар, барлыҡ ҡайғыларыңды уртаҡлашалар, хаталарыңды төҙәтәләр. Дөрөҫ - «Ғаиләм - ҡәлғәм!» Кеше был донъяла бер үҙе генә йәшәй алмай, беҙ барыбыҙ ҙа яңғыҙлыҡтан ҡурҡабыҙ. Яҡындарыбыҙҙың хөрмәтенә, мөхәббәтенә, иғтибарына мохтажбыҙ.

Нимә ул ғаилә? Ғаилә бөтә башланғыстарҙың нигеҙе,унда ғына һинең уңыштарың өсөн ысын күңелдән ҡыуаналар, барлыҡ ҡайғыларыңды уртаҡлашалар, хаталарыңды төҙәтәләр. Дөрөҫ - «Ғаиләм - ҡәлғәм!»

Кеше был донъяла бер үҙе генә йәшәй алмай, беҙ барыбыҙ ҙа яңғыҙлыҡтан ҡурҡабыҙ. Яҡындары-быҙҙың хөрмәтенә, мөхәббәтенә, иғтибарына мохтажбыҙ. Ғаилә ҡиммәттәренә, һис шикһеҙ, иң беренсе, мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаилә ағзаларының бер-береһенә яҡшы, ихтирамлы мөнәсәбәте, балаларының ата-әсәһенә изгелекле мөғәмәләһе, үҙ-ара татыулыҡ, зарарлы ғәҙәттәрҙән азат булыу, сәләмәт тормош алып барыу инә. Тап ошолар бер ниндәй аҡсаға, алтын-көмөшкә һатылмаған ҡиммәттәр. Уларҙы һатып та, урлап та, кешенән тартып алып та булмай. Йә бар, йә юҡ.

«Ғаилә» Көнсығыш район-ара үҙәге бүлексәһе психологы Лилиә Ғиниәтуллина фекеренсә, тап ғаилә балаға тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра.

- Йыш ҡына минән ярҙам һора-ған кешеләрҙе, балаларын күҙәтәм, уларҙың рухи тормошон аңларға тырышам. Һәм тағы бер ҡабат шуға инанам - ғаиләне бер нимәгә лә алмаштырып булмай. Һәр кешегә аҙыҡ, йоҡо, йылы урын, физик хәүефһеҙлек кәрәк. Тик ни өсөн күпселек балалар бәхетле түгел һуң? Балаға атайҙың яғымлы ҡарашы, әсәйҙең йомшаҡ ҡулдарын тойоу кәрәк. Ғаиләлә наҙ һәм һөйөү булһа ғына балаға рәхәт тә, йылы ла. Шул ҡәлғә эсендә генә бала үҙен барлыҡ насарлыҡтарҙан һаҡланғандай тоя, - ти психолог.

Бала тыуыу менән уны мөхәббәткә сорнап үҫтерергә кәрәк. Бигерәк тә әсә һөйөүенә мохтаж сабый. Ғаиләне ғаилә итеп һаҡлаусы, бәхет утын һүндермәүсе, бөтәбеҙҙе бәлә-ҡазанан ҡурсалаусы кеше - әсәй. Әсәй ул - һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт - тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек. Тик әсә үҙе генә яңғыҙ ҡанат кеүек оса алмаҫ ине. Әсәнең терәге - атай. Атай - балаға авторитет та, яҡлаусы ла, ярҙамсы ла, ғаилә тотҡаһы ла...

Һәр кеше ғаилә дөрөҫ төҙөлһөн һәм үҫешһен өсөн үҙ бурысын еренә еткереп башҡарырға тейеш, йәғни ир менән ҡатындың өйләнешеп, бала-саға үҫтереүе зарур. Тик уларға үҙ-ара мөнәсәбәтте камил итеп ойошторорға кәрәк. Ир-ат ғаиләне һәр саҡ ҡурсаларға тейеш, йәғни урын, ризыҡ, кейем табыу, тышҡы ҡыйынлыҡтарҙан һаҡлау - уның бурысы. Тимәк, атайҙың әһәмиәте ҙур. Ул - туйындырыусы, аҡыллы кәңәштәр биреүсе, үҙенең яҡшы ниәттәре, һанап бөткөһөҙ изге эштәре менән балаларына үрнәк, ғаиләлә иң юғары вазифаны биләүсе һәм башҡарыусы. Атай кешенең маҡсаты - баланы яҡлау һәм уны нисек бар шулай ҡабул итеү. Әгәр ул ҡыҙын йәки улын хәүеф-хафанан ҡурсалай ала икән, балала «мин яңғыҙ түгел» тигән тойғо ярала, һәм ул артабан да үҙен ышаныслы тоясаҡ. Үкенескә, бындайҙар һирәк. Күптәр бит бала менән ҡыҙыҡһынмай, ярҙам итмәй, кәңәшсе була белмәй.

Ғаилә - йәшәү усағы, кешене шәхес итеп формалаштырыусы һәм үҫтереүсе ғәжәйеп хеҙмәт, бөйөк мәктәп. Ул ғына ла түгел, кешегә йән йылыһы, тормошҡа дәрт өҫтәүсе, йөрәктәрҙә ышаныс тойғоһо уятыусы психологик сығанаҡ.

Әгәр ҙә ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуһа, йә иһә бәләгә тарыһағыҙ, рәхим итеп 6-21-38 телефоны буйыса шылтыратығыҙ йәки Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 24-се бүлмәлә урынлашҡан «Ғаилә» көнсығыш район-ара үҙәге бүлексәһенә килергә була. Һеҙҙе иғтибарлы белгестәр ҡаршы аласаҡ.

Вилиә ЯНБАЕВА.


Читайте нас: