Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
3 Июль 2018, 11:35

Ҡаҙаныштар өсөн бүләкләнде

Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо көндәрҙә өс йөҙҙән ашыу ватандашыбыҙҙы юғары дәүләт нагрдалары менән бүләкләне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо көндәрҙә өс йөҙҙән ашыу ватандашыбыҙҙы юғары дәүләт нагрдалары менән бүләкләне.

Федерация Советында Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет етәксеһенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостанды вәкилләгән сенатор Лилиә Ғүмәрова II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнде.

Билдәләнеүселәр араһында һәммәһе ун парламентарий иҫәпләнә, тип хәбәр ителде. Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙа, парламентаризмды үҫтереүҙә өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн алды, тиелгән бүләкләү тураһындағы указда.

Беҙҙең хәбәрсе.


Читайте нас: