Ошо арала БР Дәүләт Йы-йылышы -Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» законына үҙгәрештәр индерҙе.
- хәҙер Башҡортостан флагы республиканың бөтә дөйөм белем биреү учреждениеларында (мәктәптәрҙә) эленеп торорға йәки биләмәләрҙә урын-лаштырылырға тейеш;
дөйөм белем биреү учреждениелары үткәргән күп кеше ҡатнашҡан сараларҙа, шул иҫәптән спорт һәм физкультура сараларында, флаг күтәрелергә тейеш.
Үҙгәрештәр Республика гимнына ла ҡағыла:
- яңы уҡыу йылы башланған көндә дөйөм һәм һөнәри белем биреү учреждениеларында, шулай уҡ был учреждениеларҙа дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы саралар үткәргәндә республика гимны башҡарыла;
- һәйкәлдәрҙе, иҫтәлек знактарҙы асҡанда, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы йыйылыштарҙы башлағанда һәм тамамлағанда гимнды башҡарыу мотлаҡ.
Күптән түгел федераль ҡануниәткә Рәсәй Федерацияһы флагы һәм гимнына ҡағылышлы оҡшаш үҙгәрештәр индерелгәйне, республика кимәлендә ҡабатлау дөрөҫ булыр тип һананыҡ, - ти Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, - үҙгәрештәрҙе тәшкил иткән нормалар элек тә актив ҡулланылды, хәҙер иһә, закон көсөнә ингәс, мотлаҡ үтәлергә тейеш шартҡа ла әйләнделәр.
Мәғариф учреждениеларында РФ һәм БР флагтары берсә елберҙәү, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырау бер ҙә насар түгел!
Гимндың һүҙҙәрен күптәребеҙ белмәй. Шуға ла Рәшит Шәкүр, Рауил Бикбаев ижад иткән тексты гәзитебеҙҙә баҫтырырға булдыҡ.
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Закон буйынса, БР гимны икенсе дәүләт телендә - рус-са башҡарылыуы ла мөм-кин. Рус телендәге текстың авторҙары - Фәрит Иҙри-сов, Светлана Чураева.