Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
13 Июль 2018, 12:31

«Хәүефһеҙлек көндәре»

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы, башҡа баҫыу эштәре ҡыҙған мәлдә төрлө техника, үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмалар күп файҙаланыла башлай. Шуға ла БР Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы («Гостехнадзор») начальнигы бойороғо менән «Хәүефһеҙлек көндәре» тип аталған ун көнлөк профилактик операция үткәрелде.

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы, башҡа баҫыу эштәре ҡыҙған мәлдә төрлө техника, үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмалар күп файҙаланыла башлай.

Шуға ла БР Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы («Гостехнадзор») начальнигы бойороғо менән «Хәүефһеҙлек көндәре» тип аталған ун көнлөк профилактик операция үткәрелде.

Район бүлексәһе начальнигы Вилора Фәхретдинова беҙгә хәбәр итеүенсә, райондың төрлө тарафтарында һәммәһе 8 рейд үткәрелә, экологтар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ла йәлеп ителә. 48 дана техника тикшерелә. Ике техника төҙөк булмайынса эшкә егелеүе асыҡлана, дүртеһе - закон талап ителгәнсә теркәлмәгән. Дүрт механизаторҙың трактор менән идара итергә танытмаһы булмай, бер осраҡта страховка полисы (ОСАГО) хәстәрләнмәй.

Һөҙөмтәлә ике вазифалы кешегә, өс ялланып хеҙмәт иткән механизаторға һәм һигеҙ физик берәмеккә 11100 һумға ун өс штраф һалыныуы билдәле.

Булат ЯХИН.


Читайте нас: