Микрофинанс ойошмаһы тип аталған рибасылыҡ оялары күбәйҙе. Төп-башҡа ултыртыуҙары бик тә ихтимал, коллектор тип аталған бандиттар кешеләрҙе нисек яфалауҙары тураһында телевизорҙан күреп тораһығыҙҙыр. Шуға ла, бындай контораларға мөрәжәғәт итер алдынан, исмаһам, рәсми рәүештә эшмәкәрлек алып баралармы-юҡмы икәнлекте асыҡлау хәйерле булыр. Быны БР Милли банкы бүлексәһе аша асыҡларға мөмкин: электрон адрестары -
[email protected], телефондары - 8 (347) 279-63-55