Районыбыҙҙың иң ҙур ауыл Советтарының береһе - Учалы ауыл хакимиәтендә «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә урындағы дауахана биләмәһен асфальтлау буйынса эштәр башҡарыла.
Ауыл хакимиәте башлығы билдәләүенсә, бының өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 2,3 миллион һум бүленгән. Подрядсы ойошма - «Дорзеленстрой» йәмғиәте. Эштәр июль аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Шулай уҡ Учалы ауылының Көнбайыш микрорайонындағы Өргөн, Дуҫлыҡ урамдарында 2,6 километр оҙонлоғондағы юлға ҡырсынташ һибелгән. Урындағы халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ - юғиһә, ямғырлы көндә эшкә барыуы үҙе бер бәлә булған бит.