Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
17 Июль 2018, 10:53

Тау-таш араһынан һалым түләнде

Ирәмәлгә кем генә менмәй ҙә, түбәлә ни генә эшләмәй. Берәү доға уҡый, икенсе ҡурай тарта, өсөнсө һүрәт төшөрә йә кинәнеп бейей... Аҡса менән эш иткәндәр генә бер ваҡыт хуштары киткәнсе гүзәллеккә хайран ҡалып, илһамға артыҡ бирелеп бармайҙарҙыр буғай.

Ирәмәлгә кем генә менмәй ҙә, түбәлә ни генә эшләмәй. Берәү доға уҡый, икенсе ҡурай тарта, өсөнсө һүрәт төшөрә йә кинәнеп бейей...

Аҡса менән эш иткәндәр генә бер ваҡыт хуштары киткәнсе гүзәллеккә хайран ҡалып, илһамға артыҡ бирелеп бармайҙарҙыр буғай.

Ошо көндәрҙә ниндәйҙер юбилейҙарын билдәләп федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре изге тауға күтәрелде. Диңгеҙ кимәленән 1582 метр бейеклектә Айгөл Ғималетдинова менән Алмас Чанышевтар мобиль бәйләнеш һәм интернет-сервис ярҙамында үҙҙәренең физик берәмек булараҡ һалымдарын түләйҙәр. Ошо рәүештә һалым түләүҙең яңы төрҙәре тураһында төшөндөрөү акцияһында ҡатнашалар улар.

-Әлеге заманда, интернет бәйләнеше бар икән, тәүлектең һәр сәғәтендә һәм республиканың һәр мөйөшөнән һалым түләргә, һалым йөкләмәләре тураһында белешмә алырға, килем тураһында декларация тултырырға мөмкин, - тип аңлатма бирәләр ҡалғандарға турист-һалымсылар.

Был ҡылмыш тарихта беренсе тапҡыр булды, тип икеләнмәйенсә әйтергә мөмкиндер. Ирәмәлдә мобиль бәйләнеш атҡарырға ирек биргән «Урал-батыр» ради-обашняһы былтыр ноябрь айы аҙағында ғына сафҡа индерелде бит.

Тәбиғәт ғибәҙәтханаһынан дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу иң экзотик алым түгел әле. 2013 йыл космонавт Павел Виноградов Халыҡ-ара йыһан станция-һында осоп йөрөгән килеш «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисы аша үҙенең ер һалымын түләгән була, ти. Ваҡиға күптәрҙе шаңҡыта, хатта, был ҡаҙаныш Гиннестарҙың рекордтар китабына кисектермәй индерелгән була.

Илшат ӘҒЛӘМОВ.


Читайте нас: