Торф сығарыусыларға ҡуйылған монумент тураһында яҙғайныҡ, хәҙер алтын сығарыусыларға ла һәйкәл барлыҡҡа килде. Нисектер һаҡланып ҡалған мәғдән ташыу өсөн тәғәйен вагон-арба (вагонетка) рельсҡа ҡуйыла, буяла, иҫтәлекле алтаҡта беркетелә, тирә-яғы төҙөкләндерелә. Бик тә үҙенсәлекле һәм күркәм килеп сыҡты, Миндәктең юбилейына килеүселәр ошо көн асылған тарихи ҡомартҡы янында ихлас фотоға төштөләр.